Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, Башҡортостанда 14 муниципалитетта йылылыҡ миҙгеле тамамланыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Йылы биреү Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Күмертау, Ағиҙел ҡалалары, Борай, Благовещен, Баҡалы, Кушнаренко, Әлшәй, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез райондарында туҡтатыла.
Министр белдереүенсә, башҡалар йылылыҡ миҙгелен һауа торошона ҡарап, яҡын арала тамамларға йыйына.
Шулай уҡ Ирина Голованова 24 апрелдә республикала үткәрелгән Бөтә Рәсәй өмәләренә лә йомғаҡ яһаны. Һауа торошо насар булһа ла, халыҡ уларҙа дәррәү ҡатнашты.
– Уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙа 226 мең кеше, шул иҫәптән 35,9 мең студент һәм 9,7 мең ирекмән ҡатнашты. 2400-ҙән ашыу махсус техника йәлеп ителде һәм 2,5 мең тонна сүп-сар йыйылды, 348 туҡталыш йыуылды, 314 сәскәлек ултыртылды, 500-ҙән ашыу һәйкәл, 140 ташландыҡ ветерандар ҡәберлеге төҙөкләндерелде. Шулай уҡ законһыҙ төҙөлгән биналар алып ташланды, иҫке ағастар һәм ҡыуаҡтар тәртипкә килтерелде. 43 муниципалитетта Таҙалыҡ көндәре ойошторолдо, 20 район һәм ҡалала улар икенсе аҙнала ла үтәсәк, – тине Ирина Голованова.