Хеҙмәтте һаҡлау көнө нимәне күҙ уңында тота? Барыһынан да элек ул кешенең эшмәкәрлеге ваҡытында уның ғүмерен, сәләмәтлеген һәм эшкә һәләтлелеген һаҡлау тигәнде аңлата. Ул хоҡуҡи, социаль-иҡтисади, ойоштороу, санитар-гигиена, дауалау-иҫкәртеү, реабилитация һәм башҡа күп сараларҙы үҙ эсенә ала.
Хеҙмәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре донъяла һәр саҡ көн үҙәгендә торасаҡ. Планетаға ябырылған пандемия осоронда барыбыҙ ҙа уның мөһимлеген айырыуса тойҙоҡ, аңланыҡ шикелле. Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан күпме кеше һәләк була, инвалидлыҡҡа дусар ителә, ғаиләһен яҡлауһыҙ ҡалдыра, балалар етем ҡала. Үкенескә ҡаршы, был хаҡта көн дә тигәндәй ишетеп, күреп торабыҙ. Статистиканың дөрөҫлөккә тап килмәүен эксперттар ҙа раҫлай, сөнки күп кенә компания штраф түләмәҫ өсөн бәхетһеҙлек осраҡтарын йәшерә. Әлегә Рәсәй был йәһәттән хеҙмәтте һаҡлау буйынса уңыштары менән маҡтана алмай. Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, ауыл хужалығы, файҙалы ҡаҙылмалар табыу өлкәһе иң хәүефлеләрҙән һанала. Беҙ ғүмеребеҙҙең күп өлөшөн эштә үткәрәбеҙ, шуға күрә уның хәүефһеҙ булыуы һәр кем өсөн мөһим. Ҡайҙан килеп сыҡҡан был байрам – Хеҙмәтте һаҡлау көнө? 1989 йылда АҠШ һәм Канада хеҙмәткәрҙәре эштә һәләк булған иптәштәре иҫтәлегенә хәтер кисәһе үткәрә. Проблеманың башҡа илдәр өсөн дә көнүҙәк икәнлеге асыҡлана. 2003 йылда Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы был көндө рәсми рәүештә үткәреүҙе тәҡдим итә. Бөгөн уны 175 илдә билдәләйҙәр, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә.
Быйыл ул “Хеҙмәтте һаҡлауҙы яраҡлаштырыу һәм был өлкәнең киләсәге” лозунгыһы менән үтә. Маҡсаты – йәмәғәтселектең һәм дәүләттең эш урындарында бәхетһеҙлек осраҡтары һәм профессиональ сирҙәргә бәйле проблемаларға, йәрәхәтләнгән һәм һәләк булғандар яҙмышына иғтибарҙы йүнәлтеү.
Былтыр хеҙмәтте һаҡлау һәм эш шарттарын ойоштороу буйынса республика конкурсында төрлө тармаҡтан 140 предприятие “Иң яҡшы ойошма” исемен алыу өсөн көс һынашты. Хеҙмәтте һаҡлауға бүленгән сығымдарҙы үҙләштереү, бәхетһеҙлек осраҡтарының булмауы, коллектив килешеүҙә ҡаралған сараларҙың үтәлеше һәм башҡа пункттар буйынса күрһәткестәр иҫәпкә алынды. Былтырғы осор һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға – “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте, икенсе урынға – “Энергетик” дауалау-һауыҡтырыу үҙәге, өсөнсө урынға Бәләбәй һөт комбинаты лайыҡ булды.
Быйыл ғинуарҙан иҡтисади эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә Хеҙмәтте һаҡлау буйынса яңы ҡағиҙәләр индерелде. Пандемияға бәйле, эш урындарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлау, дистанциялағы эшмәкәрлек буйынса өҫтәмәләр ҡабул ителде. Эш биреүсе хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын тәьмин итергә бурыслы. Был бөтә нормаларға ярашлы эш урынына, ял ваҡытын билдәләүгә, ойошма иҫәбенә махсус кейем һәм һаҡланыу саралары алыуға, инструктаж үткәреүгә, тәүге ярҙам сараларын өйрәтеүгә, медицина тикшеренеүенән тыш эшкә алмауға, хеҙмәттең бөтә үҙенсәлектәрен аңлатыуға ҡағыла.
Һәр тармаҡтың эш урынында хеҙмәтте һаҡлау тәртибе, нормалары ҡаралған. Тауыш кимәле, яҡтылыҡ, һаҡланыу саралары – барыһы ла мөһим.
Коронавирус инфекцияһына бәйле үҙгәрештәр тормоштоң бөтә өлкәһенә үтеп инде. Эш шарттарының ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, эш биреүсе хеҙмәтте ойоштороу буйынса нормаларҙы һәм талаптарҙы элеккесә үтәргә бурыслы. Хәҙерге мәлдә төп маҡсат – хеҙмәткәрҙәрҙе инфекция йоҡтороуҙан һаҡлау, эш урынында тейешле шарттар тыуҙырыу.
“Роспотребнадзор” тәҡдимдәренә ярашлы, күп кенә ойошмалар пандемия осоронда ситтән тороп эшләү тәртибенә күсте. Был инфекция таралған мәлдә маҡсатҡа ярашлы аҙым булды, йәмәғәт транспортында, ашханаларҙа сирҙе йоҡтороу кимәле аҙайҙы.
Пандемияның ҡасан тамамланыры, өсөнсө “тулҡындың” булыу-булмауы әлегә билдәһеҙ, вирустың таралыуына юл ҡуймау өсөн төп сараларҙы үтәү элеккесә көнүҙәк булып ҡала: гигиена әйберҙәре запасын булдырыу, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын даими контролдә тотоу, үҙ-ара бәйләнештәрҙе кәметеү, хеҙмәтте һаҡлау ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, биналарҙы йыйыштырыу һәм елләтеү, һауаны зарарһыҙландырыу. Әлеге ваҡытта сит илгә сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтҡан кешеләр булған осраҡта, уларҙың тест биреүе һәм ике аҙна изоляцияла булыуы шарт.
Быйыл көҙ Рәсәйҙә 25-се тапҡыр “Хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек” тип аталған халыҡ-ара күргәҙмә һәм форум үткәреләсәк. Бындай ҙур саралар производствола имгәнеүҙәрҙе һәм бәхетһеҙлек осраҡтарын ҡыҫҡартыуҙың, хеҙмәт кешеһенең сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлауҙың, юғары донъя стандарттарына ярашлы эш урындары булдырыуҙың ни тиклем әһәмиәтле, көнүҙәк мәсьәлә булыуын раҫлай. Былтыр пандемия арҡаһында форум онлайн тәртибендә үтте, был юлы унда тағы ла күберәк илдәрҙең ҡатнашыуы, эшлекле бәйләнештәр урынлаштырылыуы, партнерҙар табылыуы, файҙалы килешеүҙәр төҙөлөүе көтөлә.
Быйыл 1 апрелдә республикала иғлан ителгән хеҙмәтте һаҡлау айлығы тамамланыуға яҡынлаша. Хеҙмәт мәҙәниәтен күтәреүгә, эш урындарының хәүефһеҙлегенә һәм уңайлылығына йүнәлтелгән сараларҙың бушҡа булмаҫына, кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға лайыҡлы өлөш индереренә өмөтләнәбеҙ.