“Башинформ “ агентлығында күсемһеҙ милек һәм банк хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үткән “түңәрәк өҫтәл” күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр тип уйлайбыҙ.
Бөгөн Өфөлә һатып алыусыларҙы ниндәй фатирҙар ҡыҙыҡһындыра? Һатып алыусылар кемдәр? Кемдәр фатирҙарын һата? Күсемһеҙ милек баҙары пандемия осоронда үҙен нисек тоя?
Баҡһаң, Өфөлә бер һәм ике бүлмәле фатирҙарға ихтыяж ҙур икән, шулай уҡ бизнес-класс тибындағы торлаҡ һорау менән файҙалана. Эксперттарҙың әйтеүенсә, “хәҙер бөтәһен дә һыпырып алалар”, пандемия осоро тип тормайҙар.
Баҙарҙа төп һатып алыусы – Себерҙә эшләгәндәр һәм райондарҙан Өфөгә күсеп килергә уйлағандар. Хәҙер һатып алыусылар 20-25 квадрат метр майҙанлы студиялар менән әллә ни ҡыҙыҡһынмай, тулы ҡиммәтле бер бүлмәле фатир алыуҙы хуп күрә. Яңы йорттарҙа фатирҙарҙың 60-70 процентын бер-ике бүлмәле тораҡтар алып тора. Майҙаны 100 квадрат метрҙан артмаған ҙур фатирҙарға ла ихтыяж ярайһы ҙур. Элегерәк майҙаны 140-160 квадрат метр тәшкил иткән фатирҙар ҙур һорау менән файҙаланды.
Бизнес-класс тибындағы икенсел фатирҙар ҙа аҙ һатылмай.Ҡағиҙә булараҡ, Өфөләге торағын Мәскәүҙәге, Санкт-Петербургтағы, Краснодарҙағы һәм Ҡазандағы фатирҙарға алыштырыусылар етерлек. Хәҙерге технологиялар фатирҙы Башҡортостандан ситтә онлайн режимында һатып алыу мөмкинлеген бирә.