Иҡтисад
27 Апрель 2021, 07:30

Май етештереүселәргә субсидия бирелә

Башҡортостанда үҫемлек майы етештереүселәр 372 миллион һумлыҡ федераль ярҙам ала.

Башҡортостанда үҫемлек майы етештереүселәр 372 миллион һумлыҡ федераль ярҙам ала. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткәрелгән Хөкүмәт Президиумы ултырышында етештереүгә сығымдың бер өлөшөн компенсациялауға субсидия биреү һәм бүлеү тәртибен раҫланылар.
– Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин шешәләргә ҡойолған таҙартылған үҫемлек майы етештереүгә һәм уны ваҡ сауҙа ойошмаларына һатыуға төбәктәрҙең сығымын берлектә финанслау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ошо мәсьәлә буйынса беҙгә лә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү төҙөргә кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, был тәртип етештереүселәргә сығымды бер литр көнбағыш майына 10 һум иҫәбенән компенсациялауҙы күҙ уңында тота.
– Документты ҡабул итеү майға хаҡтың артыуын тотҡарлауға булышлыҡ итәсәк. Һөҙөмтәлә субсидия социаль хәлгә йоғонто яһау ғына түгел, май сәнәғәте тармағы предприятиеларының финанс-иҡтисади тотороҡлолоғон арттырыу мөмкинлеген дә бирәсәк, – тине Илшат Фәзрахманов.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас