Өфөнән федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” трассаһына яңы сығыу юлын һалыу буйынса инфраструктура проектына ярашлы, Көньяҡ тоннелендә ҡаҙыу эштәре башланғайны. Был инвестиция проекты Волга буйы федераль округында юл-транспорт инфраструктураһын үҫтереү өлкәһендәге иң ҙур проектты тәшкил итә.
"Баш ҡаланан көнсығыш яҡлап сығыу юлы беҙ Ҡариҙел аръяғы тип йөрөткән ғәйәт ҙур биләмәне үҫтереүгә этәргес бирәсәк. Проектты финанслауға бик күп федераль аҡса йүнәлтелә. 33,5 миллиард һумдың 19 миллиарды – федераль транш. Был йәһәттән беҙгә ғәйәт ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә", – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков.
Көньяҡ тоннеленең ер аҫтындағы өлөшөнөң оҙонлоғо – 1015 метр. Унда ҡаҙыу эштәре 2022 йылдың сентябрендә тамамланырға тейеш. Автомобиль юлы тоннеленең дөйөм оҙонлоғо 1276 метрға етәсәк. Төҙөлөштө 2023 йыл аҙағына тамамлау планлаштырыла.
"Төп бурыстарыбыҙҙың береһе – проектты ваҡытында тормошҡа ашырыу. Ҡаҙыу эштәрен тоннелдең ике яғынан ҡапма-ҡаршы йүнәлештә башлау төҙөлөштө тиҙләтеү мөмкинлеген бирәсәк", – тине Башҡортостан концессия компанияһының генераль директоры Асабали Закавов.
Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын һалыу проекты дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Проект 24,5 миллиард һумлыҡ капиталь грант, шулай уҡ шәхси инвесторҙар һәм ойошмалар аҡсаһына финанслана.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51406
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru