Иҡтисад
28 Апрель 2021, 07:30

"Алға" хеҙмәттәштәрен арттыра

“Алға” иҡтисади зонаһына инергә теләк белдергән “СВЭМ”, “Оптимум Солар Рус” һәм “П Соларис” компаниялары үҙҙәренең бизнес-пландары менән таныштырҙы.

“Алға” иҡтисади зонаһының Эксперт советының быйылғы тәүге ултырышында ошо зонаға инергә теләк белдергән “СВЭМ”, “Оптимум Солар Рус” һәм “П Соларис” компаниялары үҙҙәренең бизнес-пландары менән таныштырҙы.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов алып барған ултырышта был проекттар юғары баһа алды, көнүҙәк талаптарға яуап бирә, етештереләсәк продукцияға ихтыяж ҙур, ә технологиялар заманса һәм хәүефһеҙ тип табылды.
Күрһәтелгән был проекттарҙың береһен тормошҡа ашырыу юғары көнәркәшлеккә эйә продукция етештергәндә “Газпром нефтехим Салауат” компанияһының яҡын булыуын файҙалана, ә ҡалған икәүһе юғары технологиялы “йәшел” энергетиканы үҫтерергә ниәтләй.
“СВЭМ” предприятиеһы директоры Андрей Морозов юғары молекулярлы полиэтилен етештереү ҡеүәтенең проекты менән таныштырҙы, ул йылына 14 мең тонна продукция бирергә һәләтле. Сеймалды (этилен) “Газпром нефтехим Салауат” бирәсәк. Проект импортты алмаштырыу һәләтенә эйә, 100-гә яҡын яңы эш урыны булдырасаҡ, капитал һалыу алты миллиард һумдан ашыр тип күҙаллана. Етештереүҙе 2024 йылда башларға планлаштыралар.
«Оптимум Солар Рус» һәм «П Соларис» компанияларының генераль директоры урынбаҫары Илмира Шәрипова тәҡдим иткән проекттары углеродһыҙ энергетиканы үҫтереүҙе күҙ уңында тота, ә ул иһә экологик яҡтан таҙа энергия алырға ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, “Оптимум Солар Рус” беҙҙең республикала һәм сит төбәктәрҙә ҡояш энергетикаһы системаһын үҫтереү өсөн ҡояш панелдәре етештерәсәк завод төҙөргә уйлай. Был продукцияға ихтыяж ҙур. Айырыуса илдең көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәре ошондай панелдәргә мохтаж. Компанияның Венгриялағы белгестәре ҡояш энергетикаһы менән 20 йылдан ашыу инде шөғәлләнә. Улар 187 мең ҡояш панелен урынлаштырған да инде, улар йылына 62 ГВт экологик таҙа энергия бирә. Ошо проектҡа инвестиция 1,5 миллиард һум тәшкил итергә тейеш. Был етештереүҙе проект ҡеүәтенә сығарыу киләһе йыл аҙағына билдәләнгән.
«П Соларис» ҡояш панелдәре өсөн боролоу таянмаларын етештереүҙе ойошторасаҡ. Улар фотоэлектрик панелдәрҙең ҡояшҡа табан йүнәлешен үҙгәртеп тороу өсөн кәрәк. Инвестор был проектты тормошҡа ашырыуға 860 миллион һум йүнәлтергә уйлай, 50 яңы эш урыны буласаҡ. Предприятие шулай уҡ киләһе йылда эшләй башларға тейеш.
– Бөгөн буласаҡ резиденттар яҡлаған проекттар инновация яғынан әһәмиәтле, экологик талаптарға яуап бирә һәм республиканың стратегик үҫешенә тура килә, – тине Илшат Тажетдинов – Улар синергетик һәм импортты алмаштырыу әһәмиәтенә эйә. Шуныһы ла мөһим: инвесторҙар ойошторасаҡ предприятиелар бааҙарҙағы буш урындарҙы тултырырға, беҙҙең иҡтисади мөмкинлектәрҙе киңәйтергә ярҙам итәсәк.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Читайте нас