Иҡтисад
28 Апрель 2021, 11:20

Төньяҡ-көнсығыш райондар үҫтерелә

Рөстәм Моратов республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары башлыҡтары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.
– Беҙҙең алда Башҡортстандың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү, был биләмәләрҙең инвестиция ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеген биргән сараларҙы планлаштырыу бурысы тора. Бөгөн тормошҡа ашырылған проекттарҙың инвестиция портфеле 3,3 миллиард һумға 109 объект тәшкил итә. Тағы ла 578 миллион һумлыҡ 48 проект тамамланған һәм 359,6 миллион һумлыҡ яңы 24 инвестиция проекты планлаштырыла, – тине Рөстәм Моратов.
Кәңәшмә барышында Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы етәкселегендәге эш төркөмө раҫланды. Уға төньяҡ-көнсығыш райондарҙағы бизнес-шерифтар инде.
Сарала Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм концессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева – предприятиелар экспортын үҫтереү, ә Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереүҙең мөһим факторы булараҡ туризм хаҡында һөйләне. Башҡортостандың Стратегик эшләнмәләр үҙәге директоры Рөстәм Дәүләтов миграция ағымына идара итеү проекттарында ҡатнашырға тәҡдим итте.
– Төбәккә инвесторҙар йәлеп итеүҙә муниципалитеттарҙың үҫеш нөктәләрен асыҡлау һәм инвестиция майҙансыҡтары базаһын төҙөү буйынса башланғыстары ҙур әһәмиәткә эйә. Үҫеш корпорацияһы инвестиция порталына индереү өсөн бөтә республика буйынса асыҡланған майҙансыҡтарҙы ҡабаттан барланы. Әле 466 инвестиция майҙансығы әҙерләнде, – тине Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Кәңәшмәлә шулай уҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов сығыш яһаны.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас