Балаҡатай районында үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ит аҙыҡтары етештереү проекттары ҡаралды. Уларҙы тормошҡа ашырыу туғыҙ миллион һумға барып баҫасаҡ. Кәңәшмәлә республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова ла ҡатнашты.
"Министрлыҡ даими рәүештә муниципалитеттарҙың эшен тикшерә. Балаҡатай районында иһә күпселек социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙең яҡшырыуы күҙәтелә. Әлеге мәлдә унда туғыҙ инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм күләме 102,1 миллион һум тәшкил итә", - тип билдәләне Екатерина Кликунова.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Шаҡарлы ауылында йылҡы үрсетеп, ит һәм ит аҙыҡтары етештереү мәсьәләһе ҡаралды. Инвестицияның дөйөм күләме 3,5 миллион һум тәшкил итә.
Шулай уҡ Ураҡ ауылында, тоҡомло һыйырҙар алып, ит етештереү менән шөғөлләнергә уйлайҙар. Бындағы инвестиция проектына 5,5 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк.
Әлеге проекттар 2025 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Әҙерлек эштәре башланған. Ит һәм ит аҙыҡтары етештереү менән шөғөлләнергә уйлаған эшҡыуарҙар киләсәктә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан грант алырға планлаштыра.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” аҙна һайын республиканың бар райондарында ла үткәрелә. Мәҫәлән, былтыр ошондай 2,5 мең сара ойошторолған, шунса уҡ инвестиция проекты ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.