Иҡтисад
29 Апрель 2021, 16:45

Моноҡала предприятиеһы өсөн ҙур файҙа

“Благовещен пластигы” компанияһы моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан 170 миллион һумдан ашыу процентһыҙ займ аласаҡ.

“Благовещен пластигы” компанияһы моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан (ВЭБ.РФ төркөмө) 170 миллион һумдан ашыу процентһыҙ займ аласаҡ. Аҡса ассортиментты киңәйтеү өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм етештереү күләмен үҫтереү өсөн тотоноласаҡ.
Ошо рәүешле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә “Благовещен пластигы” йылына 640 миллион самаһы пластик изделие етештерәсәк. Был турала Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
"Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы даими нигеҙҙә моноҡалаларҙы үҫтереү фонды менән хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙең моноҡалаларҙа бөгөндән инвесторҙар өсөн ылыҡтырғыс махсус иҡтисади шарттар булдырылған. Тик инвестиция проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн ҡорамалдарҙы һәм етештереү линияларын камиллаштырырға кәрәк. Был йүнәлештә булышлыҡ итеү предприятиеларҙы үҫтереү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бирә. Артабан да хеҙмәттәшлек киңәйәсәк, проекттар һаны ла артасаҡ", - тине Рөстәм Моратов.
Фонд аҡсаһына термоформировкалау өсөн ике етештереү линияһы һәм пластик стакандарҙы картон ҡаптарға урау ҡорамалы алынасаҡ. Был етештереү күләмен ике тапҡырға арттырыу мөмкинлеге бирәсәк, шулай уҡ яңы производство ла үҙләштереләсәк.
"Моноҡалаларҙа предприятиеларға ярҙам итеү программаһы беҙҙең өсөн бик файҙалы ресурсҡа әйләнде. Фондтың аҡсаһы иң заманса ҡорамал алыу мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, беҙҙә бюджетҡа һалым күсереү ҙә артасаҡ һәм яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк", - тине компанияның генераль директоры Дмитрий Кузнецов.
Инвестиция проектының дөйөм хаҡы 200 миллион һумдан ашыу буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас