Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы һәм социаль өлкәләге яңы проекттар ҡаралды.
Сарала ҡатнашыусылар республикала концессия шарттарында дөйөм белем биреү мәктәптәре төҙөү проекты буйынса фекер алышты. Башланғыс адреслы республика инвестиция программаһы аҡсаһын йәлеп итмәйенсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күберәк объекттар төҙөү мөмкинлеген бирәсәк. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, өҫтәмә уҡыу урындарына ихтыяж айырыуса Өфөлә һәм Нефтекамала ҙур. Инвестиция проектының тәүге этабын тормошҡа ашырыу өсөн ике объектты һайлап алдылар: Өфөнөң Затон биҫтәһендәге һәм Нефтекаманың 14-се биҫтәһендәге мәктәптәр. Андрей Назаров тәҡдим ителгән проектты хупланы.
“Партнер+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Ермаков Белоретта канат һәм кабель продукцияһы өсөн гофрировкаланған сүреләр һәм кәтүктәр етештереү проекты тураһында һөйләне. Инвестор заманса технологик комплексҡа 100 миллион һум йүнәлтергә һәм 30 яңы эш урыны булдырырға ниәтләй.
“Алға” махсус иҡтисади зонаһында соя эшкәртеү буйынса заманса комплекс асыуҙы планлаштыралар. “ЗС АГРО ХОЛДИНГ” йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Эдуард Садиҡов ошо проект менән таныштырҙы. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 194,7 миллион һум. Яңы производствола 65 эш урыны булдырыу күҙаллана.
“Башхемп-Агро” йәмғиәте Кушнаренко районында киндер майы, орлоғо һәм экологик яҡтан таҙа башҡа продукция етештереү заводы төҙөргә ниәтләй. Был турала генераль директор урынбаҫары Эдуард Рамазанов һөйләне. Инвестор төҙөлөшкә тотонған, етештереү һәм келәт биналарын һалған. Предприятиела 75 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Благовещен ҡалаһындағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә МДФ-плитәләр етештереү буйынса ағас эшкәртеү комплексы төҙөү проекты менән “Интер Энерго” йәмғиәтенең башҡарма директоры Александр Савченок таныштырҙы. Эшкә 970,7 миллион аҡса йүнәлтеп, инвестор заманса технологик ҡорамалдар һатып алыуҙы, майҙансыҡты әҙерләп, эшкәртеү линияһын сафҡа индереүҙе планлаштыра. Һөҙөмтәлә яңы производствола 70-тән ашыу эш урыны булдырыласаҡ. Продукцияны йыһаз етештереүселәргә тәҡдим итмәкселәр.