Донъя, шул иҫәптән Рәсәй иҡтисады бер тигеҙ генә алға бармай, һикәлтәле юлдар аша хәрәкәт итәбеҙ. Иҡтисади көрсөк, дефолт хәүефе, бизнесты юғалтыу һәм башҡа хәлдәр – тәбиғи күренеш. Көрсөккә эләккән ҡайһы берәүҙәр, төрлө юлдарын табып, эшен йәнә яйға һала, әммә күптәр эшҡыуарлыҡтан китергә мәжбүр була. Ә ябай кешеләр иһә кредитҡа батҡан тиерлек. Унан ҡотола алмаған замандаштар бихисап бөгөн. Бурысты түләмәһәң, проценты йыйыла бара, йәғни түләмәй ҡотолоу юлы юҡ. Ошо шарттарҙа баҙарҙа яңы йүнәлеш, яңы закон, яңы механизмдар барлыҡҡа килде. Ул – бөлгөнлөктө рәсми раҫлау. Был процедура кемдәргә ҡарата һәм ниндәй осраҡтарҙа ҡулланыла? Уның ыңғай һәм кире яҡтары ниндәй? Ошо һорауҙарға Росреестрҙың Үҙкөйләнешле ойошмалар өлкәһен контролдә тотоу бүлеге етәксеһе Динара МӘҺӘҘИЕВА яуап бирҙе.
– Динара Марс ҡыҙы, граждандарҙың банкротлығына бәйле мәсьәлә хәҙер көнүҙәк. Был туралағы закон беҙҙә ҡасан ҡабул ителде һәм әле уңышлы эшләй тип әйтеп буламы?
– “Граждандарҙың банкротлығы тураһында”ғы федераль закон 2015 йылдың 1 октябрендә ғәмәлгә инде. Ошо осорҙа, биш йыл эсендә, Башҡортостандың Арбитраж судына граждандарҙы банкрот тип таныу тураһында 16 мең ярымдан ашыу ғариза килгән. Былтыр алты меңдән күберәк ғариза булған. Шулай итеп, федераль закон үҙ көсәнә ингәндән алып, биш йыл эсендә ете мең кеше бурысынан ҡотолған. Был иһә беҙҙең республикала закондың уңышлы эшләп килеүен күрһәтә.
– Йылына нисә кеше банкрот була?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөлгөнлөккә төшкән граждандар һаны йылдан-йыл күбәйә. Шул уҡ ваҡытта төрлө сәбәп арҡаһында, мәҫәлән, сир, эште юғалтыу, килемдең кәмеүе һөҙөмтәһендә кредитын түләй алмаған граждандар бурыстарынан ҡотола. Халыҡҡа ярҙам итеү күҙлегенән ҡарағанда, был граждандар өсөн яҡшы, әлбиттә. Закон эшләй башлаған йылда 900 тирәһе кеше, былтыр дүрт мең ярым кеше банкрот тип танылған, йәғни банкротлыҡ хоҡуғынан, бурыстарҙан ҡотолоу мөмкинлегенән файҙаланыусылар йылдан-йыл арта.
– Кемдәр банкрот тип таныла ала?
– Банкротлыҡ – ул граждандың бурысын түләүгә һәләтһеҙлеге. Кредиторҙар алдында банкрот тип таныу тураһында ғаризалар менән кеше үҙе һәм, әлбиттә, кредиторҙар, банктар, һалым органдары Арбитраж судҡа мөрәжәғәт итә. Бурыс 500 мең һумдан ашһа, уны ваҡытында түләмәү срогы өс ай булһа, банкротлыҡ процедураһын башларға мөмкин. Күбеһенсә, кредит, ипотека займдарын түләй алмайынса, граждандар үҙҙәре ғариза яҙа. Был күренеш 80 проценттан ашыу осраҡта күҙәтелә.
– Банкротлыҡты суд аша хәл итергәме? Йәки башҡа юлдары бармы?
– Был процедураның ике юлы бар. Беренсеһе – республиканың Арбитраж суды аша, икенсеһе – судтан тыш банкротлыҡ.
– Былтырҙан судтан тыш та банкротлыҡты таныу тураһында федераль ҡанун ғәмәлгә инде. Был осраҡта мәсьәлә нисек хәл ителә?
– Эйе, 1 сентябрҙән ябай процедура ғәмәлгә индерелде. Был үҙгәрештәр буйынса, банкротлыҡ суд аша үтмәй, тимәк, арбитраж идарасылар раҫланмай. Граждандар ғариза менән үҙҙәре күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итә. Беренсенән, бурыс 50 меңдән 500 меңгә тиклем булһа һәм ул өс ай рәттән түләнмәһә, икенсенән, суд приставтары, мөлкәте булмау сәбәпле, гражданға ҡарата башҡарыу производствоһын бөтөрһә һәм яңы производство ҡуҙғатылмаһа, шул саҡта ғына граждан үҙен ябай процедура аша банкрот тип иғлан итә ала.
– Бурысты федераль суд приставтары кеүек йыһазын, көнкүреш техникаһын, автомобилен тартып алып ҡаплатыу аша түләттереп буламы?
– Закон буйынса, граждандың барлыҡ мөлкәте, ипотекаға алынған фатиры, берҙән-бер йәшәү урыны булһа ла, һатыуға ҡуйыла. Берҙән-бер фатир, өй ипотекала түгел икән, һатыуға ҡуйылмай.
– Мәҫәлән, кеше кредит алған һәм бурыстың төп өлөшөн ҡаплап бара ала, әммә проценттарын түләй алмай. Был осраҡта уға нимә эшләргә?
– Кредит алғанда банк йәки башҡа кредит ойошмаһы менән кредит алған кеше араһында килешеү төҙөлә. Был документта барлыҡ шарттар ҙа яҙыла: банк кредит аҡсаһын ниндәй шарт менән биреүен, ә кредит алыусы бурысын һәм проценттарҙы, башҡа түләүҙәрҙе ниндәй шарт менән ҡайтарасағын белергә мөмкин. Алынған аҡса, уны ҡулланған өсөн проценттар ваҡытында ҡайтарылырға тейеш. Банкротлыҡ процедураһы индерелгән осраҡта штраф, пеня һәм башҡа финанс санкциялары, шулай уҡ граждандың бөтә бурыстары буйынса проценттар өҫтәү туҡтатыла. Шул уҡ ваҡытта бурыстарҙың төп өлөшө буйынса түләүҙәр һаҡлана.
– Банкротлыҡ менән юридик фирмалар шөғөлләнә. Коммерция. Бизнес. Былай ҙа бурыслы кешеләр уларҙың хеҙмәте өсөн йәнә банктан үтескә аҡса ала. Хеҙмәттәр ҡиммәт кенә түгелме? Хәҙер, тимәк, Росреестр үҙ ҡулына аламы? Халыҡ өсөн ул бушлаймы йәки түләүлеме?
– Ябай банкротлыҡ процедураһы бушлай үткәрелә. Ә инде Арбитраж суд аша үткән банкротлыҡ саралары сығымдар талап итә. Арбитраж идарасыға түләү хаҡы, процедура талап иткән сығымдар граждан иҫәбенән һәм мөлкәтенән түләнә. Граждан суд депозитына арбитраж идарасыға түләү өсөн аҡса күсерергә (бөгөн ул – 25 мең һум) һәм судҡа, ғариза менән бер рәттән, башҡа сығымдарҙы ҡапларлыҡ мөлкәт барлығын раҫлаған документтар бирергә тейеш.
– Кешене банкрот тип таныһындар өсөн ниндәй документтар кәрәк, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
– Күп функциялы үҙәк офистарына ғариза бирергә кәрәк. Документтарҙан иһә паспорт, СНИЛС, ғариза менән бергә кредиторҙар һәм дебиторҙар исемлеге лә бирелә. Судҡа мөрәжәғәт иткәндә граждандың матди хәленә ҡағылышлы документтар, шулай уҡ мөлкәтенең исемлеге, кредиторҙарҙың, бурыслы кешеләрҙең исемлеге, бурысҡа бәйле килешеүҙәр, ғаилә хәле тураһында документтар тапшырыла.
– Бер тапҡыр банкрот тип танылған граждан йәнә кредитҡа иҫәп тота аламы?
– Бөлгөнлөккә төшкән кеше кредит һорап банкка мөрәжәғәт итә ала, әммә ғаризала үҙенең банкрот булараҡ танылыу тураһында мәғлүмәтте күрһәтергә тейеш. Кредит биреү-бирмәү тураһында ҡарарҙы банк ҡабул итә.
– Банкротлыҡ процедураһынан бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкинме, әллә йәнә кредит алып, тағы бурысҡа батып, ҡабат мөрәжәғәт итеп буламы?
– Яңы ғаризаны биш йыл үткәс кенә бирергә мөмкин. Әгәр ҙә ошо биш йыл эсендә кредитор йәки һалым органы ғаризаһы буйынса гражданға ҡарата банкротлыҡ эше асыла икән, уны бурыстарынан азат итмәйҙәр.
– Алимент буйынса бурысы йыйылғандар ҙа үҙен банкрот тип иғлан итә аламы?
– Был осраҡта уның балаларына кем аҡса түләр?! Граждан алименттан азат ителмәй. Киреһенсә, ул беренсе сиратта түләнергә тейеш.
– Мөрәжәғәт иткән һәр кем банкрот тип иғлан ителәме? Мәҫәлән, бурысы ҙур түгел, әммә түләргә хәленән килмәгән осраҡта...
– Теге йәки был процедураны башлауҙы Арбитраж суд хәл итә. Күп осраҡта был граждандың матди хәленә һәм бурыстың күләменә бәйле. Әгәр ҙә граждандың килеме бар, суд тарафынан хөкөм ителмәгән, быға тиклем банкрот тип иғлан ителмәгән икән, реабилитациялау процедураһының индерелеүе ихтимал. Был осраҡта бурысты ҡаплау тәртибе һәм ваҡыты күрһәтелгән план раҫлана. Әгәр ҙә бурыс күләме мөлкәттең хаҡынан күпкә ҙурыраҡ икән, мөлкәтте һатыу процедураһы индерелә. Был осраҡта мөлкәт һатыла һәм унан алынған аҡса кредиторҙар менән иҫәпләшеүгә ебәрелә.
– Рәсәйҙең ҡайһы төбәктәрендә был механизмдан файҙаланғандар күберәк һәм ҡайҙа аҙыраҡ? Сәбәптәре ниндәй? Улар закондарҙы белмәйме, әллә бурысһыҙ йәшәйме?
– Дүрт субъектта – Чукотка, Алтай, Ингуш республикалары һәм Севастополдә – бер ғариза ла теркәлмәгән.
Судтан тыш шәхси банкротлыҡ буйынса иң күп мөрәжәғәттәр Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларына, Төмән өлкәһенә, Алтай крайына тура килә.
Банкроттар күп булған төбәктәр иҡтисади яҡтан үҫешкән. Уларҙа, бер яҡтан, граждандар бизнес менән әүҙем шөғөлләнә, кредиттар ала, икенсе яҡтан, кредиторҙар бурыс ҡайтарыу йәһәтенән әүҙем эш алып бара.
– Тағы бер мөһим һорау борсой. Банкрот тип танылған гражданға бурысын түләргә кәрәкмәй. Ә эҙемтәләре нисек була?
– Аңлашылып тора, кредит бирмәйәсәктәр. Башҡа эҙемтәләренә килгәндә, был процедура ҡатмарлы тормош һәм иҡтисади хәлдә ҡалған, эшен, һаулығын юғалтҡан, шул арҡала килеме әҙәйеп, бурысын түләй алмаған граждандарға ярҙам итеү сараһы булараҡ индерелгән, шуға күрә был хоҡуҡтан уйлап, үлсәп кенә файҙаланырға кәрәк, сөнки сикләүҙәр етерлек. Мәҫәлән, мөлкәтең һатыла, булған банк карталарынан файҙаланыу мөмкин түгел, етәксе вазифаларға ҡуйыу йәһәтенән дә була.
– Граждандар тураһында һөйләштек. Ә юридик шәхестәргә, ойошма-предприятиеларға, шәхси эшҡыуарҙарға банкротлыҡ нисек йоғонто яһай?
– Юридик шәхестәргә ҡарата банкротлыҡ эше бурыстың күләме кәмендә 300 мең һум булған осраҡта Арбитраж суд тарафынан асыла ала. Юридик шәхестәргә ҡарата реабилитациялау процедураларының индерелеүе мөмкин – күҙәтеү, тышҡы идара, финанс-һауыҡтырыу һәм һуңғы сиратта –конкурс производствоһы. Ниндәй процедура индерелеүе шулай уҡ ойошманың матди хәленә, активтарының һатылыу-һатылмауына, бурыстарының күләменә бәйле.
– Уларҙың хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса бурысты ҡаплау мәсьәләһе нисек хәл ителә?
– Эш хаҡын түләү, әлбиттә, иң беренсе урында тора, республиканың власть органдары быға ҙур иғтибар бүлә.
– Росреестр банкрот предприятиеларға контроллек итәме?
– Росреестр арбитраж идарасыларға ҡарата килгән ялыуҙарҙы ҡарай, ә уларҙың эшен үҙҙәре ағза булып торған профессиональ ойошма – арбитраж идарасыларҙың үҙкөйләнешле ойошмаһы – контролдә тота.
– Кем ул арбитраж идарасылар? Улар кем алдында отчет тота, эшмәкәрлектәре ниҙән ғибәрәт?
– Арбитраж идарасылар – шәхси профессиональ эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән кешеләр. Арбитраж идарасы Рәсәй гражданы, юғары белемле, арбитраж идарасыларҙы әҙерләү йүнәлешендә берҙәм программа буйынса уҡыған, стажировка үткән, етәксе вазифаһында эшләү стажы булған кеше булырға тейеш. Суд тарафынан хөкөмгә тарттырылғандар арбитраж идарасы вазифаһында эшләй алмай.
Арбитраж идарасылар эшмәкәрлеге буйынса үҙҙәре ағза булып торған ойошмаға отчет бирә, ә банкротлыҡ процедураһы буйынса кредиторҙар суд алдында иҫәпләмә тота. Арбитраж идарасылар предприятиены ауыр хәлдән сығарыу, кредиторҙар менән иҫәпләшеү, предприятиены аяҡҡа баҫтырыу эшен алып барырға тейеш.
– Яһалма рәүештә банкротлыҡҡа төшөрөү өсөн яуаплылыҡ ҡаралғанмы?
– Эйе, бының өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы бар.
– Динара Марс ҡыҙы, йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!