Яңауыл районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проекты нигеҙендә районда “Асыҡ интернет” төбәк проектын тормошҡа ашыра башланылар.
GPON технологияһы буйынса селтәрҙәрҙе төҙөү буйынса эште “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте башҡара. Яңауыл районының Сәлих һәм Андреевка ауылдарына тәүгеләрҙән булып оптик линияларҙы үткәрҙеләр.
“Әле ауыл халҡы ADSL технологияһы буйынса абонент линиялары ярҙамында интернеттан файҙалана. Һанлы үҙгәреш шарттарында биләмәләрҙе юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин итеүгә ихтыяж ҙур. GPON технологияһы нигеҙендәге селтәрҙәр бындай мөмкинлекте бирә”, – ти “Башинформсвязь” йәмғиәтенең Нефтекама сервис үҙәгендәге Клиенттар сервисы төркөмөнөң төп инженеры Ростислав Шакиров.
Программаны тормошҡа ашырыу барышында Яңауыл районындағы һигеҙ ауылда: Ахтиялда, Андреевкала, Вояҙыла, Барабановкала, Айбүләктә, Рабакта, Сәлихтә, Татар Ураҙында һәр йортҡа интернет барып етәсәк. Уға тоташтырыу буйынса эште быйыл октябргә тамамлау планлаштырыла.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/93835