Был ябай ғына һөйләмдең асылында ни тиклем ҙур мәғәнә ятҡанын бөтәбеҙ ҙә һәйбәт аңлай. Һуңғы йылдарҙа республикала орлоҡсолоҡҡа иғтибар ҙур. Халыҡ әйтмешләй, ни сәсһәң, шуны урырһың. Шуға ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән хужалыҡтар сифатлы орлоҡ алыуға, уның үҙ еренә, һауа шарттарына ҡулайлаштырылған сорттарын һайлай.
Ә Илеш районын ҡурҡмайынса республиканың орлоҡсолоҡ үҙәге тип атарға мөмкин. 2020 йылдың уңышын йыйғас, бында һатыуға 13205 тонна юғары репродукциялы орлоҡ тупланған. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең инвестиция программаһы сиктәрендә Ағиҙел йылғаһын тәрәнәйтеү Илеш элеваторын донъяның иген баҙарына сығарҙы. Был программа ярҙамы менән районда үҫтерелгән сифатлы орлоҡ Иорданияға, Төркиәгә оҙатылды.
Илеш районының иҡтисади ныҡлығын ауыл хужалығы тармағы тәьмин итә. 2020 йылда 500 миллион һумлыҡ аҙыҡ-түлек продукцияһы һатылған бында. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары дәүләттән 332 миллион һумлыҡ ярҙам алған. Былтыр районда йәмғеһе 202,2 мең тонна иген йыйылған, уның уңышы гектарынан уртаса 29,2 центнер тәшкил иткән. Был күрһәткес менән Илеш районы республикала өсөнсө урында килә. Һуңғы йылдарҙа районда үҫемлекселек менән шөғөлләнгән хужалыҡтарҙы йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүленгән. Мәҫәлән, ун орлоҡ таҙартыу һәм киптереү комплексы төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән. Орлоҡто айырыу линиялары юғары сифатлы сәсеү материалы әҙерләүгә булышлыҡ итә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк. Республикала йәмғеһе 53 орлоҡсолоҡ хужалығы һаналһа, шуның 12-һе Илеш районында эшләй. Шулар араһынан аяғында ныҡлы баҫып торғандарында булдыҡ.
Үҫешкә йүнәлеш алған “Мир”
“Мир” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – тотороҡло үҫешкән хужалыҡтарҙың береһе. Орлоҡсолоҡ һәм малсылыҡты бында бер тигеҙ көс менән тарталар. Хужалыҡҡа 2016 йылдан Рәил Ғәниев етәкселек итә. 2007 йылда ул Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған, районда ветеринария табибы булып эшләп алған. Йәш һәм өмөтлө икәнлеген иҫәпкә алып, артабан Рәил Рәмил улына хужалыҡты йөкмәтәләр. Бында ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарға өҫтөнлөк биргәндәр һәм тоҡомсолоҡ хужалығы булараҡ та алдынғылар рәтендә киләләр. Малдың ишле булыуы уларға сифатлы аҙыҡ әҙерләүгә этәргес бирә.
Хужалыҡтың сәсеүлектәр майҙаны – 2096 гектар. Ужым бойҙайы, арпа, рапс, һоло, кукуруз, бер йыллыҡ үләндәр сәсәләр. Орлоҡсолоҡ хужалығы булып теркәлеү артабан да сифат өҫтөндә ентекле эшләргә, был исемде дәлилләү йәһәтенән байтаҡ тырышлыҡ һалырға кәрәклеген аңлата. Әлеге мәлдә хужалыҡтан яҙғы сәсеүгә республиканың күпселек райондары орлоҡ алған. Айырыуса Федоровка, Хәйбулла, Нуриман, Баҡалы, Саҡмағош, Кушнаренко, Туймазы, Өфө райондары, Татарстан Республикаһының ҡайһы бер райондары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Орлоҡтоң сифатын күтәреү өҫтөндә ентекле эш алып барыла. Тәү сиратта Дәүләт орлоҡсолоҡ комиссияһы, “Россельхозцентр” белгестәре менән яңы сортты һайлағанда ла, сәсер алдынан да, уңышҡа еткергәнгә тиклем дә һәр аҙым кәңәшләшеп башҡарыла. Яңы һайланған сорттарҙың авторҙары менән эш һәйбәт көйләнгән. Улар сәсеү мәлендә лә, һынап ҡарау ваҡытында ла, уңыш йыйғанда ла килеп, яңы сорттың теге йәки был үҙгәрешкә, һауа шарттарына нисек яраҡлашыуын күҙәтеп тора.
– Хужалыҡ йыл һайын һынау өсөн яңы сорт алып тора. Берәүһен генә һынап, күләмен арттырып, һатыуға сығарғансы ла яҡынса 4 – 5 йыл ваҡыт үтә. Арпаның яңы сортын үрсетеүгә алдыҡ. Уның авторы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Шунһыҙ мул уңышҡа өмөт итеп тә булмай, – тип билдәләй “Россельхозцентр”ҙың Илеш районы буйынса етәксеһе Ирек Камалов.
Ҙур хужалыҡта өс ауыл – Ҡарабаш, Яңы Күктау, Иштирәк – халҡы эшләй. Яҡынса 140 кешегә эш урыны булдырылған. Айлыҡ уртаса хеҙмәт хаҡы ла һәйбәт: 30 мең самаһы. Сәсеү һәм уңыш йыйыу мәлендә ул бермә-бер арта.
Эштең өҙлөкһөҙ һәм көйлө барыуы техникаға бәйле. Әле хужалыҡта 26 берәмек техника, 8 машина һанала. Ауыл хужалығы эшсәндәре сәсеүгә төшкән. Техника төҙөк, һауа торошо ғына һынатмаһын, ти улар. Фидаһим Йәмилев, Юныс Рәхмәтуллин, Филүс Камалов, операторҙар Айрат Шәмсетдинов менән Айрат Борханов, водителдәр Илгиз Ғәлиуллин менән Илшат Ғәзетдиновтар алдынғылар рәтендә.
Хужалыҡтың ҙур ҡаҙаныштарының береһе – ул яңы ғына төҙөлгән иген киптереү комплексы. Был инвестиция проекты бер нисә йыл дауамында тормошҡа ашырылған. Әле ул әҙер, бөтөн ҡеүәтенә эшләп китһен өсөн көҙгө уңыш алыу мәлен көтәләр.
Был комплексты хужалыҡ Краснодар крайынан алып ҡайтҡан. Ә йыһазландырыуға Башҡортостанда етештерелгән ҡорамалдар тотонолған. Республика күләмендә әһәмиәтле тип һаналған был проектҡа 316 миллион һум аҡса һалынған. Завод игенде кластарға бүлә. Иң мөһиме – артабан орлоҡҡа ебәреләсәк игенде 40 – 50 градус эҫелә киптерә. Әгәр температура юғарыраҡ булһа, орлоҡтар шытымды насар бирә икән. Әлеге заманса завод тағы ла ике кешене эшле итеүгә булышлыҡ итәсәк. Операторҙар алмашлап эшләйәсәк һәм көҙгө уңыш йыйыу мәлендә завод туҡтауһыҙ, көнө-төнө эшләү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Хужалыҡта был мөмкинлекте тулыһынса файҙаланырға йыйыналар.
Әлеге мәлдә орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡта элиталы “Архат” сортлы бойҙайҙың 500, супер-элиталы “Ульяновский - 105” сортының – 130, “Саша” сортлы арпаның – 120 тоннаһы, “Чепелев” сортлы арпаның 60 тоннаһы тупланған.
“Ағиҙел” баҫыуҙарында эш гөрләй
Районда уңышлы эшләп килгән хужалыҡтарҙың тағы берәүһе – “Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. 2010 йылдан уға Финат Әнүәр улы Хәлиуллин етәкселек итә. 2016 йылдан бирле орлоҡ етештереү менән дә ныҡлап шөғөлләнәләр.
Хужалыҡтың 5041 мең гектар һөрөнтө ере бар. Арыш, бойҙай, арпа үҫтерәләр. Орлоҡто таҙартыу, киптереү ҡоролмаһы эшләй. Ышаныслы етештереүсенән орлоҡ һатып алыусылар республикала ла, унан ситтә лә байтаҡ.
Хужалыҡ сәсеүҙе 10 – 12 көндә тамамларға ниәтләй. Техника яғынан да, эшсе ҡулдарға ла ҡытлыҡ юҡ. Лизинг ярҙамында ҡеүәтле техника алынған. Ике сәсеү комплексы эшләй, сит илдән өс “Амазоне” комплексы ҡайтарғандар. Лизинг программаһы буйынса ике “Беларус”, “КамАЗ”, ике культиватор, “К-700” тракторҙары, ике “Акрос” комбайны алынған. Сәсеү мәлендә күп йәһәттән тәжрибәле механизаторҙар һәм водителдәр Зилувар Заһретдинов, Азамат Ситдиҡов, Рәфил Әхмәҙуллин, Олег Иванов һәм Роберт Нурисламовҡа таяналар.
Орлоҡсолоҡтан тыш хужалыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнә. Йәмғеһе 115 кеше эшләй бында. Сәсеү һәм ураҡ кампаниялары мәлендә коллектив 150 кешегә етә. Уртаса эш хаҡы – 20 мең һум. Дүрт ауыл – Аташ, Юнны, Сүлте, Янтуған – халҡы эшле. Хужалыҡ шулай уҡ ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Әлеге мәлдә 1700-ҙән ашыу баш эре мал һанала, шуларҙың 442-һе – һауын һыйыры. Көнөнә 7 тонна һөт һауыла, уны Илеш һөт заводына тапшыралар. 15 һауынсы эшләй.
Сәсеү мәле үҙенекен итә – баҫыуҙарҙа эш гөрләй. Баҫыу батырҙарының кәйефе күтәренке. Эш көнө таң менән башлана ла, ҡояш байығас тамамлана. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Ужым культураларына, күп йыллыҡ үләндәргә ашлама индерергә кәрәк. Дымды ябыуҙы ла ваҡытында башҡарыу мөһим.
Хужалыҡ етәксеһе Финат Хәлиуллин билдәләүенсә, сәсеү кампанияһы уңышлы үтһен өсөн 500 тонна ашлама алынған. Механизаторҙар машиналар паркын сәсеүгә ентекле әҙерләгән. Яғыулыҡ-майлау материалдары ла етәрлек. Эш өҙлөкһөҙ барһын өсөн ашхана ойошторолған. Баҫыу эшсәндәрен көнөнә ике тапҡыр ашаталар.
Орлоҡсолоҡ хужалығы былтыр “Архат” сортлы элита, “Ульяновский – 105” сортлы супер элита бойҙайҙарының, “Лидар” һәм “Саша” сортлы арпа уңышын алған.