Иҡтисад
1 Май 2021, 13:30

Еңеүсе Ләйсән Сөләймәнова: "Иң яҡшы ял - ауылда"

Төмән ҡалаһында "Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары" конкурсының ярымфиналы еңеүселәре асыҡланды. Араларында Өфө ҡыҙы ла бар.

Төмән ҡалаһында үткән "Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары" конкурсының ( ул "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" Президент платформаһы проекты булып тора) ярымфиналы еңеүселәре асыҡланды. Улар араһында Өфө ҡыҙы Ләйсән Сөләймәнова ла бар.
Финалға Рәсәйҙең 19 төбәгенән барлығы 28 конкурсант сыҡҡан. Дөйөм алғанда, ярымфиналдың икенсе миҙгелендә барлығы 123 бәйгесе һынау тотҡан. Улар - Рәсәйҙең 41 төбәгенән дистанцияла тест үтеүҙә иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән еңеүселәр.
Сарала ҡатнашыусылар үҙ проекттарын тәҡдим итте, саҡырылған эксперттар уларҙың проекттарын баһалап ҡына ҡалманы, ә ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе. "Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының партнерҙар менән эш йүнәлеше етәксеһе Антон Сериков белдереүенсә, Төмән, алыҫ Себерҙәге тәүге тарихи ҡала булараҡ, киләсәктә туристарҙы үҙенә йәлеп итерлек лидерҙарҙың береһенә әүереләсәк.
"Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары" финалсылары бәйгенән сағыу тәьҫораттар алды, яңы дуҫтар тапты, хеҙмәтләндереү, туризм өлкәһендә бер баҫҡысҡа күтәрелде, үҫте. Өфөнән еңеү яулаған Ләйсән Сөләймәнова финалға социаль йүнәлештәге "Өләсәйҙә ҡунаҡта" франшизы менән үткән.
"XXI быуатта иң яҡшы ял - саңлы һәм шаулы ҡаланан тәбиғәткә сығыу, һине тәмле өй ризыҡтары менән һыйлаған, шул иҫәптән башҡорт халҡының милли аш-һыуын тәҡдим иткән ауылдағы яҡындарың янына ҡайтыу, хозур тәбиғәтле йылға-күл буйҙарында йөрөү, тыуған яғыңдың тарихын, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәрен өйрәнеү", - тип үҙ проекты менән таныштырған Ләйсән.
"Конкурс юғары кимәлдә үтте, ирекмәндәрҙең эше яҡшы ойошторолған. Төмән, ысынлап та, ҡунаҡсылылҡтың юғары өлгөһөн күрһәтте", - ти яҡташыбыҙ.
Ләйсән Сөләймәнованы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ, проектын тормошҡа ашырыуын теләйбеҙ.
Фото: республика Йәштәр сәйәәте һәм спорт министрлығы.
Читайте нас