Иҡтисад
3 Май 2021, 04:30

Кушнаренкола яңы завод төҙөләсәк

Ул киндер майы һәм башҡа экологик таҙа продукция етештерәсәк

Ул киндер майы һәм башҡа экологик таҙа продукция етештерәсәк.
Был турала «Инвестиция сәғәте» ултырышында «Башхемп-Агро» йәмғиәтенең генераль директоры Эдуард Рамазанов һөйләне. Инвестор техник киндер үҫтерә, шулай уҡ ул төҙөлөш эштәренә тотонған, етештереү һәм склад биналары, юл, электр тапшырыу линиялары төҙөгән. Проектҡа һалынырға тейешле аҡсаның дөйөм күләме – 200,5 миллион һум. Шул уҡ ваҡытта 75 яңы эш урыны булдырыла. Проектты 2022 йылда бойомға ашырыу күҙаллана.
«Инвестиция сәғәте»ндә был проект хупланды. Инвесторға май культуралары үҫтереү өсөн ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыу йәһәтенән ярҙам күрһәтеләсәк.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Читайте нас