Иҡтисад
5 Май 2021, 16:30

Башҡортостан Италия баҙарын яулай

Башҡортостандағы йорт һәм офис өсөн йыһаз етештергән “МЕТТА” йәмғиәтенең Италияла 19 магазины бар.

Башҡортостандың йорт һәм офис өсөн йыһаз етештереүсе “МЕТТА” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы, Европалағы эре йорт тауарҙары ритейлеры Conforama менән килешеүгә ярашлы, Италияға ике тапҡыр офис креслолары ебәргән. Был илдә фирманың 19 магазины бар.
“МЕТТА” предприятиеһы Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ Башҡортостанда Экспортҡа ярҙам күрһәтеү үҙәге ойошторған иҡтисади осрашыуҙарҙа йыш ҡатнаша.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Маргарита Болычева әйтеүенсә, ил етәкселеге тарафынан сеймалға ҡарамаған экспорт күләмен арттырыу бурысы ҡуйылған, был йәһәттән экспортерҙар менән һөҙөмтәле эш алып барыла.
2020 йылда Башҡортостандан мебель экспорты күләме АҠШ-тың 7,7 миллион долларын тәшкил иткән. Был 2019 йыл менән сағыштырғанда 28,2 процентҡа юғарыраҡ. Офис мебеленең төп экспорт сараһы - әйләнеп торған, бейеклеген ҡулайлаштырып булған ултырғыстар.
Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты, Экспортҡа ярҙам күрһәтеү үҙәге экспорт ҡеүәтен үҫтергән төрлө хеҙмәттәр күрһәтә. Шул иҫәптән:
- "Сауҙа вәкиле менән осрашыу сәғәте" сараларын үткәрә,
- экспорт контрактын әҙерләүгә һәм экспертизаға булышлыҡ итә,
- мөмкинлеге булған сит ил һатып алыусыларын эҙләүгә булышлыҡ итә,
- документтарҙы сит телгә тәржемә итеүҙә ярҙам күрһәтә,
- дәүләт ярҙамы һәм дәүләт ярҙамына ҡарамаған мөмкинлектәр хаҡында мәғлүмәт бирә,
- республика предприятиелары вәкилдәренең Башҡортостандың рәсми делегациялары составында бизнес-миссияларҙа ҡатнашыуына булышлыҡ итә һәм башҡалар.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас