“Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә биологик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводы төҙөүгә “Рус Протеиндары Өфө” акционерҙар йәмғиәте ике миллиард һум йүнәлтмәксе. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы компанияны ошо биләмә резиденттары реестрына индерҙе.
“Проект республика өсөн бик мөһим, сөнки ул предприятиеларҙың биологик ҡалдыҡтарын утилләштереүҙең заманса алымына күсеүгә, тирә-яҡ мөхиткә зарарлы йоғонтоно кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Бындай завод шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы утилләштереү хаҡын түбәнәйтеү иҫәбенә республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә ит ризыҡтары етештереүҙә тотҡарлыҡтарҙы ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирәсәк”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.
Компания мал сеймалын эшкәртеү һәм мал аҙығы оно, мал майы етештереү буйынса завод төҙөүҙе планлаштыра. Продукцияны ҡатнаш аҙыҡ заводтары, ҡошсолоҡ, сусҡасылыҡ комплекстары, икмәк ризыҡтары, консерва сәнәғәте, һабын ҡайнатыу, парфюмерия-косметика, йорт хайуандары өсөн аҙыҡ етештереү предприятиелары, йәнлекселек совхоздары һатып аласаҡ.
“Әле Башҡортостанда биологик ҡалдыҡтарҙы утилләштергән предприятиелар бөтөнләй юҡ. Проектты тормошҡа ашырыу экологик хәлде яҡшыртыу буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйған бурысты үтәүгә лә булышлыҡ итәсәк. Яңы производствола 100-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырыу ҡарала. Инвестиция проектын 2021 – 2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙаллана”, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51443
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru