Иҡтисад
5 Май 2021, 08:30

"Бизнесмен" малайҙар үҫә

"Был балаларҙың янынан битараф ҡына үтеп китә алманым", – тип яҙған райондың бизнес-шәрифе.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Хәлилов ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән уртаҡлашҡан. "Был балаларҙың янынан битараф ҡына үтеп китә алманым", – тип яҙған ул.
Ул хәҙер бизнес-шәриф вазифаһын да башҡара, шуға күрә үҙе осратҡан малайҙарҙағы йүнселлек һыҙаттарына иғтибар итмәй түҙмәгән. Сиҙәм ҡасабаһында бер төркөм бәләкәстәрҙең аҙ ғына хаҡҡа ишәк менән фотоға төшөргә тәҡдим иткәндәрен күреп ҡалып, маҡтап киткән.
"Афарин! Был малайҙарҙа эшҡыуарлыҡ сифаттары бөрөләнеп килә. Тимәк, районда бизнестың үҫешәсәгенә шик юҡ", – тип шаяртып яҙып та ҡуйған ул үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә.
Ә балалар, үҙҙәренең хеҙмәте өсөн алған аҡсаға ҡыуанышып, магазинға туңдырма алырға йүгергән...
Фото: Руслан Хәлиловтың сәхифәһенән.
Читайте нас