“Алға” махсус иҡтисади зонаһының 2-се майҙансығында потенциаль резидент – “Бионика” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән күсмә эш кәңәшмәһе булды.
Унда майҙансыҡты ҡарап сыҡтылар, махсус иҡтисади зона биләмәһендә инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн айырым иғтибар талап иткән ҡайһы бер мөһим мәсьәләләр, инженерлыҡ коммуникацияларын сафҡа индереү һәм сәнәғәт-етештереү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүҙәрҙе төҙөү сроктары билдәләнде.
“Бионика” компанияһының бикре, йәйен үрсетеү һәм балыҡ продукцияһын эшкәртеү проекты быйыл 11 февралдә Инвестиция комитеты ултырышында ҡаралғайны. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы проектҡа бөтә этаптарҙа булышлыҡ итә. Әле уны резидент статусын алыу өсөн Эксперт советы ултырышына индереүгә әҙерләйҙәр. Проектҡа 5,3 миллиард һум инвестиция йүнәлтеү, 120 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.