Иҡтисад
6 Май 2021, 10:09

Ергән байлығы – ерҙән

Салауат исемендәге колхозда яҙғы баҫыу эштәре ҡыҙа.

“Революцияға тиклем был игенлектәр ҡарт олатайымдыҡы булған. Шуға улар миңә икеләтә ҡәҙерле”. Икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы ҡарашы менән байҡаған колхоз рәйесе Рәмис Иманғолов был һүҙҙәре аша барыһын да әйтеп бирҙе: эйе, ер эше ҡанға һалынған, ихлас яратып, бөтә күңелде һалып башҡарғанда ғына бәрәкәтле ул, ә осраҡлы, битараф кешеләргә бында урын юҡ.


Мәләүез районы Ергән ауылын­дағы “Салауат исемендәге колхоз” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, элек-электән төбәктә алдынғы­ларҙың береһе булараҡ, быйылғы сәсеү кампанияһын да тәүгеләр рәтендә башлаған.
– 17 апрелдә эшкә тотондоҡ, – ти Рәмис Миҙхәт улы. – Һөрөлгән ерҙәрҙең дөйөм майҙаны быйыл 11500 гектар тәшкил итә. Уларҙың күп өлөшө – алты мең гектар самаһы – бөртөклөләргә тәғәйенләнгән: бойҙай, арыш, арпа, һоло; техник культураларҙан көнбағыш һәм кукуруз сәселә, шулай уҡ тамырлыларға ҙур урын бүлеү ҡаралған.
Ул әйтеүенсә, былтыр шәкәр сөгөлдөрөнән килем юғары булған, ошоно иҫәптә тотоп, быйыл уны сәсеү майҙанын күпкә – 40 процентҡа – ки­ңәйткәндәр. Билдәле, был агрокультура иң ҡыйбатлыларҙан, үҫтереүе лә еңелдән түгел, айырым һауа шарттарына бәйле аҙым һайын хәүеф һағалауы ихтимал. Ошондай төрлө ауырлыҡтар сығыу мөмкинлеге булһа ла, юғары рентабеллеккә иҫәп тотоп, эшмәкәрлеккә үҙгәреш индерергә тәүәккәлләгәндәр.
Әле баҫыуҙа ҡеүәтле “Horsch” сәсеү комплексы эшләй.

– Бер урауҙа 12 метр ерҙе ялмай. Тулыһынса электрон системалы был америка техникаһы күптән түгел алынды, ошо миҙгелдә тәүге тапҡыр ба­ҫыуҙа һынау үтә. Күрәһегеҙ бит: ул тиҙлеге, ул эш сифаты – һоҡланғыс! Башҡортостанда беҙҙә генә бит ул! – тип ҙур ҡәнәғәтлек менән тәьҫорат­тарын уртаҡлашты хужалыҡ рәйесе. – Республиканың Ауыл хужалығы министрлығына ҙур рәхмәт: бер ваҡытта ла ярҙамһыҙ ҡалдырмай, техника паркын яңыртыуға бүленгән субсидиянан даими файҙаланабыҙ. Быйылғы миҙгелдә “Horsch” сәсеү комплексы менән бергә “Steiger” тракторы алдыҡ. Улар үҙ хаҡын эше менән йыл ярымда уҡ ҡаплай. Бындай заман техникаһы, һис шикһеҙ, механиза­торҙарҙың һөнәри үҫешенә лә ныҡлы йоғонто яһай, ҙур этәргес бирә. Кинәнеп, ҡәҙерен белеп эшләйҙәр!
Ауыл хужалығы етештереү коопе­ра­тивының Воскресенск ауылындағы бүлексәһендә, климаттың башҡасараҡ булыуы сәбәпле, йыл да сәсеүгә бер аҙ һуңыраҡ төшәләр. Хәҙер инде унда ла ҡыҙыу мәл. Етәксе әйтеүенсә, яҡшы һауа шарттары тотош хужа­лыҡта ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуҙы ваҡытында үткәреү мөмкинлеген биргән. Йылдағыса, алдан уҡ мал аҙығы әҙерләүҙе хәстәр­ләп, тәү сиратта бер йыллыҡ үлән­дәрҙе сәскәндәр. Дөйөм алғанда, бө­гөнгә ҡарата хужалыҡта яҙғы баҫыу эш­тәренең 30 процент тирәһе баш­ҡарылған. Көндәр яҡшы торһа, бүтән тотҡарлыҡтар килеп сыҡмаһа, егеттәребеҙҙең үҙ бурыстарын тиҙ арала һәм теүәл атҡарасағына ышанам, улар районда ғына түгел, республика кимәлендә алдынғылыҡты биргәне юҡ, ти Рәмис Миҙхәт улы.
Бер-береңә ышаныу – коллек­тивтың ярты уңышы, тиҙәр. Салауат исемендәге колхозда үҙ-ара ошондай күркәм мөнәсәбәт элек-электән һа­лынған. Хеҙмәткәрҙәр был йәһәттән остаздары тип хужалыҡҡа оҙаҡ йылдар етәкселек иткән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел вафат булған Сибәғәт Ғәйнуллинды атай. Үҙ эшен намыҫлы, теүәл атҡарыуы, олоһона ла, кесеһенә лә берҙәй ихтирамы, ябай­лығы, ихласлығы, һөнәри оҫталы­ғы, кешене “үтәнән-үтә” күреп, һәләтен аныҡ баһалай белеүе, үҫтерергә ынтылыуы, ергә һөйөү тәрбиәләүе менән оло хөрмәт ҡаҙанған Сибәғәт Әбделхәй улының күңелдәргә сәскән изгелек, тырышлыҡ орлоҡтары таралыуын дауам итә бында.
– Ул хужалыҡта баш инженер булып эшләгән Рәмис Миҙхәт улына һәр саҡ ҙур ышаныс бағланы. Кешегә баһа биреүҙә яңылышмай ине. Таянып булырҙай ир-егетте ҡарашынан тойҙо. Уның урынына ҡуйылған яңы етәксебеҙ – үҙебеҙҙең Ергәндеке, бала сағынан ошонда эшләп үҫкән. Уның Сибәғәт Әбделхәй улының юлын намыҫлы дауам итеренә иманыбыҙ камил, – ти хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре.
“...Эш бик күп. Шулай ҙа, баҫыу­ҙарҙа ниндәй агрегаттар йөрөгәненә ҡарап, беҙҙең игенселәрҙең үҙ бурыстарын үтәйәсәгенә инанаһың. Былар инде элекке сәскесле иҫке тракторҙар түгел, ә заманса машиналар”, – тип яҙғайны төбәк хужалыҡтарында сәсеү башланыу уңайынан республика Башлығы Радий Хәбиров. Бындай ҡеүәтле заманса техника менән идара итерлек ышаныслы, тәжрибәле, эшен, ерен яратҡан һөнәр эйәләре булғанда, йылды туйҙырыр яҙҙың бер көнө лә бушҡа үтмәҫ.
Мәләүез районы.
Читайте нас