Иҡтисад
6 Май 2021, 11:30

Европанан яҡшы яңылыҡ килде

"Һайлаған стратегиябыҙ һөҙөмтәлелеген раҫлай".

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбук социаль селтәрендәге сәхифәһендә Башҡортостан тауарҙарын сит ил баҙарына сығарыу тураһында яҙма ҡалдырҙы.
“Европанан яҡшы яңылыҡ килде – республикала йорт һәм офис өсөн йыһаз етештергән “МЕТТА” компанияһы Италия баҙарын уңышлы үҙләштерә башланы. Conforama компанияһы менән күптән түгел төҙөлгән килешеүгә ярашлы, беҙҙең етештереүсе Апеннинға тауарҙың икенсе партияһын сығарҙы. Conforama – Европала йорт өсөн тауарҙар һатҡан ҙур ойошма, шуға күрә “МЕТТА”ның Италия менән генә сикләнеп ҡалмауы ла ихтимал.
Был ваҡиға беҙҙең ярҙам менән башланып китте. Былтыр республика предприятиелары һәм сит илдәрҙең сауҙа вәкиллектәре етәкселәре ҡатнашлығында махсус онлайн-кәңәшмәләр үткәреүҙе уйлап тапҡайныҡ. Уны “Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт” тип атаныҡ. Был кәңәшмәләрҙә республикалағы етештереүселәр сит ил баҙарына сығыу юлдары, башҡа илдәрҙәге трендтар хаҡында мәғлүмәт ала.
Ғөмүмән, халыҡ-ара сауҙа булмаһа, иҡтисадтың тулы ҡиммәтле үҫешеүе мөмкин түгел. Ресурстарға бай илдәр ҙә айырым-айырым үҫә алмай. Тарихта бындай хәлдәр аҙ түгел, әммә уларҙың береһе лә уңышлы тамамланмаған. Республикала беҙ быны аңлайбыҙ, шуға күрә тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтереү сараһын күрәбеҙ. Экспортлаусыларға ярҙамдың башҡа алымдарын да файҙаланабыҙ. Күптән түгел тауарҙарҙы ташыуға һәм сертификатлауға сығымды субсидиялай башланыҡ. Бынан тыш, сит илгә продукцияһын тәүге тапҡыр сығарған компанияларға грант бирәбеҙ. Ошондай булышлыҡ һөҙөмтәһендә Башҡортостан предприятиелары былтыр экспорт географияһын 23 илгә киңәйтте. Шул уҡ ваҡытта ковид арҡаһында халыҡ-ара бәйләнештәр бөтөнләй өҙөлөрлөк мәлдәр ҙә булды.
Февралдә “Ашығыс экспорт ярҙамы” проектын тормошҡа ашыра башланыҡ. Белгестәр потенциаль экспортлаусыларҙы асыҡлау өсөн райондарға юлланды. Бөгөн беҙҙә үҙ тауарын сит илгә һатырлыҡ предприятиелар байтаҡ, әммә быны белеме етмәү, мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаламау һәм ҡайһы бер башҡа сәбәптәр арҡаһында эшләмәй. Эксперттарҙың бурысы – ошондай предприятиеларҙы табып, уларға халыҡ-ара баҙарға сығырға ярҙам итеү.
Беҙ шулай уҡ компаниялар өсөн уҡыуҙар ойошторҙоҡ. “Экспорт форсажы” акселерация программаһын ғәмәлгә индерҙек. Унда ҡатнашҡан 33 предприятиеның 12-һе Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Швейцария, АҠШ, Һиндостан һәм башҡа илдәр менән 2,5 миллиард долларлыҡ 14 экспорт килешеүе төҙөнө.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү йәһәтенән һайлаған стратегиябыҙ һөҙөмтәлелеген раҫлай. Бөгөн беҙ илдә углеводород, карбонат, монокарбон кислоталары экспорты буйынса – беренсе, турбодвигателдәр һәм газ турбиналары буйынса икенсе урынды биләйбеҙ. Бурыс – башҡа йүнәлештәрҙә лә тауар һатыуҙы арттырыу”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: facebook.com
Читайте нас