Былтыр республика аграрийҙары һәйбәт уңыш алды. Игенгә хаҡтарҙың төшмәй, тотороҡло ҡалыуы бөгөн ауыл эшсәндәренә тағы ла дәртлерәк эшләүгә этәргес бирҙе. Әлеге мәлдә 37 районда сәсеүгә төштөләр.
Ергә ятҡан орлоҡ һәйбәт шытым бирһен өсөн баҫыуҙы ваҡытында ашлама менән һуғарыу ҙа мөһим. Был йәһәттән Башҡортостан хужалыҡтары 71 мең тонна минераль ашлама алып ҡуйған. Әлеге күрһәткес былтырғынан 27 процентҡа күберәк. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һәр бер гектар сәсеүлек майҙанына 26 килограмм ашлама әҙерләнгән. Шулай ҙа был күрһәткес буйынса Саҡмағош районына еткәндәр юҡ. Бында бер гектар сәсеүлеккә 100 килограмм ашлама тупланған. Артабан Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Благовар райондары килә.
Быйыл республика аграрийҙары йәмғеһе 2 миллион 14 мең гектар майҙанда ярауай культуралар сәсәсәк. Эш иһә бөтә зоналарҙа ла башланды һәм әлеге ваҡытта 46 мең 553 гектар майҙанда атҡарылған. Иң әүҙеме – илештәр. Бында 5 951 гектар майҙан сәселгән. Уларҙан Дүртөйлө, Шишмә, Бүздәк, Баҡалы райондары саҡ ҡына ҡалыша.
Әлбиттә, баҫыу эштәренең тотҡарлыҡһыҙ һәм бөтә агротехник талаптарға ярашлы ойошторолоуы матди-техник етешлеккә, финанс мөмкинлектәргә, кадрҙар менән тәьмин ителеүгә бәйле. Быйыл яҙғы сәсеүҙе уңышлы атҡарып сығыу өсөн 16,5 миллиард һум аҡса талап ителә. Был былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 11,6 процентҡа күберәк. Сығымдарҙың артыуы сәсеүлек майҙандарының күбәйтелеүенә туранан-тура бәйле, сөнки быйыл күләм 40 мең гектар майҙанға артасаҡ. Шуны билдәләп үтке килә: арттырылған майҙанға донъя баҙарында ихтыяж менән файҙаланған культуралар ултыртасаҡтар. Тәү сиратта был көнбағыш майы эшләү өсөн сеймал һәм шәкәр өсөн сөгөлдөр. Хәйер, был хәл һорау ҙа тыуҙыра. Башҡортостанда етештерелгән шәкәр, көнбағыш майын сит илдәргә күпләп ебәрҙеләр. Әммә быйыл ундай ихтыяж булырмы? Баҙар шарттары шундай: ниндәйҙер тауар артығыраҡ булып китһә, уға хаҡ төшә.
Быйылғы сәсеү кампанияһының үҙенсәлектәре ниҙә? Тәү сиратта, үрҙә әйтелгәнсә, сәсеүлек майҙандарының артыуында. Уларҙың дөйөм майҙаны өс миллион гектарҙан артып китә. Башҡортостанда һуңғы бер нисә йылда файҙаланылмаған ауыл хужалығы ерҙәрен ҡайтанан эшкәртеү буйынса эҙмә-эҙлекле һәм ентекле эш алып барыла. Республика етәкселеге тарафынан быйыл ашлыҡтың тулайым йыйымын биш миллион тоннаға еткереү бурысы ҡуйылыуы осраҡлы хәл түгел. Был тап ошо шарттарға бәйле. Һауа торошо ауыл хужалығы эшсәндәрен төрлөсә һынаһа ла, ужым культураларының яҡшы хәлдә булыуы ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеүҙә шик тыуҙырмай.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, сәсеүгә төшкәндән һуң, хужалыҡтар эште яҡынса ике аҙнала теүәлләйәсәк. Был иһә хужалыҡтарҙың техниканы арттырыуына бәйле. Совет осоронан алып тәүге тапҡыр республиканың ауыл хужалығы предприятиелары иҫкереү арҡаһында иҫәптән сығарыуға ҡарағанда, яңы техниканы күберәк һатып алыуға өлгәшкән. Ҡеүәтле техника баҫыуҙарҙа үҙен батырҙарса күрһәтә.
– Аграр тармаҡ һәр ваҡыт киҫкен шарттарҙа эшләргә өйрәнгән. Былтыр пандемия башланды, унан тыш яғыулыҡ, ашлама һәм запчастарға хаҡтарҙың артыуы бер ни тиклем шом уятһа ла, көҙгө уңыш күрһәтеүенсә, бик һөҙөмтәле эшләнек. Бөгөн етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса Башҡортостан илдә алтынсы урында килә, – тип билдәләне Илшат Илдус улы.
Шаран районында тәүгеләрҙән булып сәсеүгә шәхси эшҡыуар Рәмил Иҙиәтуллиндың хужалығы төшкән. Хужалыҡтың биш мең гектарҙан ашыу сәсеү майҙаны бар. Бары үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр. Былтыр етен уңышы һәйбәт булғанға күрә, быйыл уның майҙанын күбәйткәндәр. Хужалыҡ етәксеһе Рәмил Ғәли улы был культуранан бик ҡәнәғәт.
– Етендән һуң баҫыу тап-таҙа булып ҡала. Беҙҙең баҫыуҙарҙа үҫкән ашлыҡ сит илгә һатыуға оҙатылды. Тағы ла көнбағыш, вика, ужым бойҙайы үҫтерәбеҙ. Сәсеүҙе ике аҙнала тамамларға планлаштырабыҙ, – ти ул.
Беҙ баҫыуға барғанда К-701 тракторына тағылған сәсеү комплексында Илнур Минәжев эшләй ине. Ул – хужалыҡта иң тәжрибәле механизаторҙарҙың береһе. Орлоҡто иһә уға ҡустыһы Алмас алып килеп тора.
Күрше баҫыуҙа вика сәсәләр. Бында Илдар Хәлиуллин менән Руслан Хисамиев эшләй. Илдар Октябрьский ҡалаһындағы колледждарҙың береһендә уҡый һәм ҡыҙыу сәсеү мәлендә практикаға эшкә ҡайтҡан.
– Тәжрибә туплау, техниканы өйрәнеү йәһәтенән был практика миңә бик мөһим. Хужалыҡҡа ла ярҙам итке килә. Сәсеү мәлендә хеҙмәт хаҡы ла һәйбәт. Беҙ эшләгән К-701 тракторы – заманса техника, барлыҡ уңайлыҡтары бар. Иң мөһиме – һауа торошо эшкә ҡамасауламаһын, – ти Илдар.
Ауырғазы районында ла сәсеү барышы ҡыҙа бара. Арпа, һоло, рапс, көнбағыш кеүек культураларҙан башлағандар. Районда эштәрҙе 56 мең гектар майҙанда атҡарырға кәрәк. Был майҙандың 36,5 мең гектарында – ярауай, 10 мең гектарында – май культуралары, 1,5 мең гектарҙа – шәкәр сөгөлдөрө, 6,5 мең гектарҙа иген сәсергә кәрәк. Барлығы 87 агрегат һәм 32 сәсеү комплексы эшкә егеләсәк.