Республикабыҙҙа яҙғы сәсеү кампанияһы башланды. Ауырғазы районы хужалыҡтары ла дәррәү баҫыуға төштө. Район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов хәбәр итеүенсә, яғыулыҡ-майлау материалдары алдан хәстәрләнеп, ҡышҡы осорҙа техника яҡшы итеп ремонтланғас, орлоҡ һәм ашлама әҙерләнгәс, әле эш барышында бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ.
“Урал” ауыл хужалығы етештереү кооперативы төбәктә үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай. Хужалыҡта өс – Мораҙым, Ҡушкүл һәм Михайловка ауылдарынан кешеләр эшләй.
– Бөгөн арышты өҫтәмә туҡландырыуға төштөк, бынан тыш ҡайһы бер баҫыуҙарҙа дым ҡаплайбыҙ, тырматыуҙы ла бергә алып барабыҙ, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша “Урал” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Рәмил Иштуғанов. – Ә инде көндәр йылыныу менән сәсеүгә лә тотонасаҡбыҙ. Ужым бойҙайы шул хәтлем матур ҡышлаған, алыҫтан уҡ йәм-йәшел булып күренеүенә күңел ҡыуана.
“Урал”дар быйыл 1 300 гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарырға тейеш. Һауа торошо матур торған осраҡта уңғандар тиҙ арала яҙғы баҫыу эштәрен тамамларға йыйына. Быйыл хужалыҡ етәкселеге ергә мөмкин тиклем күберәк ашлама индерергә ниәт иткән.
Рәмил Таһир улы билдәләүенсә, егәрлеләрҙе яланда тәүлегенә ике тапҡыр ашатыу ойошторолған, трактор йәки машина боҙолған осраҡта, ремонт эштәре лә ҡырҙа башҡарыла. Техника тигәндән, уның яңы булыуы һәр йәһәттән дә отошло. Бында һуңғы йылдарҙа автопаркты ярайһы яңыртҡандар. Кадрҙарға ла иғтибар көслө. Етәксе йәш баш агроном Сынтимер Иҫәнбаевҡа ҙур өмөттәр бағлай, улар бер-береһен ярты ҡараштан аңлай. Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек хужалыҡта баш инженер булып эш башлаған шулай уҡ йәш белгес Илнар Лоҡманов, дәүләт программаһына инеп, ҙур ярҙам алған. Василий Баландин, Иван Степаненко, Хәмзә Смаҡов, Филүс Байышев, Фәнил Бикмөхәмәтов һәм башҡалар ҙа тәүлектең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша.
– Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе бурысын теүәл үтәй, берәү ҙә илке-һалҡы йөрөмәй, – ти Рәмил Таһир улы. – Уларҙың барыһына ла рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Кем-кем, ә “Урал” хужалығы артта ҡалмаҫ инде, һәр саҡ алдынғы булдыҡ, киләсәктә лә һынатмаясаҡбыҙ.
Ялан батырҙары иген культураларын сәсеп бөтөү менән шунда уҡ техник культураларға тотонасаҡ.