Иҡтисад
7 Май 2021, 15:00

"Был инвестпроект Башҡортостан өсөн көнүҙәк"

“Фитнестехнологиялар” ойошмаһы “Белорет” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә йүгереү юлдары сығара башларға ниәтләй.

“Фитнестехнологиялар” ойошмаһы “Белорет” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә спорт ҡорамалы – йүгереү юлдары сығара башларға ниәтләй. ТОСЭР резиденттары реестрына компанияны Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы индергән.
“Был инвестпроект Башҡортостан өсөн көнүҙәк, сөнки әлеге продукция сит ил етештереүселәренә конкурент була ала. Ойошма кардиокүнекмәләр өсөн тәғәйенләнгән йүгереү юлдарын сығарасаҡ, улар оҙаҡ хеҙмәт итеүгә иҫәпләнгән. Проектты бойомға ашырыуға 3,5 миллион һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла, 15 яңы эш урыны булдырыла”, – тип хәбәр итте Башҡортостан иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Проект 2021 – 2023 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.
“Фитнестехнологиялар”ға һалым ташламалары рәүешендә дәүләт ярҙамы алыу продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә булышлыҡ итә, был иһә тауарҙың һуңғы хаҡына ла тәьҫир итеп, Рәсәй баҙарында арзаныраҡ хаҡҡа алырға мөмкинлек бирәсәк, халыҡ-ара баҙарға сығырға ла ярҙам итәсәк. Киләсәктә компания төрлө спорт тренажерҙары сығара башларға уйлай.
Мәғлүмәт: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас