Дәүләкән районы республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Нигеҙҙә, пандемия сәнәғәт һәм ауыл хужалығы районы булған Дәүләкәндең социаль-иҡтисади тармаҡтарына ла үҙгәрештәр индермәй ҡалманы. Бына ошондай еңел булмаған шарттарҙа төбәк нисек йәшәй? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәнил улы МӨХӘМӘТЙӘНОВҠА мөрәжәғәт иттек.
– Илгиз Фәнил улы, пандемия башланғас, районға ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килде?
– Үткән йыл барыһы өсөн дә, шул иҫәптән беҙҙең районға ла еңел булманы. Шуға ҡарамаҫтан, быға тиклем осрамаған ҡайһы бер мәсьәләләр тиҙ генә хәл ителде. Был үҙенә күрә ныҡлыҡҡа һынау булды, һәм район уны уңышлы үтте. Республика Башлығының, Хөкүмәттең һиҙелерлек ярҙамы һөҙөмтәһендә ҙур проекттар тормошҡа ашырылды, юлдар ремонтланды, техника һәм ҡорамалдар һатып алынды. Ҡатмарлы ваҡытта яуланған һоҡланырлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ бар. Барлыҡ тармаҡтар буйынса күрһәткестәр – бөтә көсөбөҙҙө туплап, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуыбыҙға асыҡ дәлил.
– Дәүләкән районы 2020 йылды ниндәй күрһәткестәр менән тамамланы?
– Урындағы кешеләрҙең хеҙмәтте яратыуы һәм ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә район республикала күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй. Былтыр ҙа иҫкәрмәләр булманы. Күмәк көс һөҙөмтәһендә беҙ ҡуйылған маҡсаттарға өлгәштек. Иң мөһиме – иҡтисадта тотороҡлолоҡ һәм бюджетта баланс һаҡлап алып ҡалынды. Был иһә барлыҡ бурыстарҙы һәм планлаштырылған сараларҙы атҡарыу мөмкинлеген бирҙе.
Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар, атҡарылған эштәр һәм хеҙмәттәр күләме артты. Был күрһәткес буйынса район республика рейтингында 17-се урын биләй. Был үҫеш “Нефтемаш” акционерҙар, “Рязань торбалар заводы”, “Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты”, “1-се Дәүләкән икмәк продукттары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре кеүек предприятиеларҙа үҫешкә өлгәшелде. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: бында етештереү даими рәүештә арттырыла, киләһе үҫеш буйынса пландар төҙөлә.
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә, дөйөм республика рейтингында алдынғы урындарҙы яулап, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Аграр тармаҡ эшсәндәре үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла мул уңыш ала. Шулай итеп, улар аҙыҡ-түлек йәһәтенән республиканың һәм илдең именлеген тәьмин итә. 2020 йылда хужалыҡтар иген культураларының уңдырышлылығын булдырҙы. Дәүләкән районы иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы тулайым йыйыу буйынса республиканың башҡа төбәктәре араһында бишенсе урында. Ә бына көнбағыш уңышы буйынса район – икенсе, шәкәр сөгөлдөрө буйынса алтынсы урында. Лидерҙар – “Ҡаҙанғол тәжрибә-етештереү хужалығы”, “Аграр йолалар”, “Канаш”, “ТөбәкАгро”, “Восход” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, В.Б. Рихтер, Ғ.Б. Ғабдрахманов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм башҡалар.
Ауыл хужалығы эшсәндәре грант ярҙамына өлгәшеү өсөн төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. “Агростартап”, “Яңы эш башлаған фермер”, “Ғаилә фермаһы”, “Кооперативтың матди-техник базаһы үҫеше” кеүек проекттарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Грант аҡсаһына мал, техника һатып алына, биналар ипкә килтерелә. Иң мөһиме – яңы эш урындары барлыҡҡа килә.
Ауыл хужалығы кооперацияһы йүнәлеше буйынса ла эш алып барабыҙ. Сапай ауылындағы “Беҙҙең сыр” ауыл хужалығы кооперативы сыр яһай башланы, “РублевкаЭко” кәзә һөтөнән аҙыҡ-түлек әҙерләй, Яңы Яппар ауылындағы “Юлдаш” ҡымыҙ етештереүҙе арттырыуҙы планлаштыра, “Соколов ит комбинаты” ла продукция күләмен арттырҙы. Былтыр шулай уҡ эшҡыуар Ф. Хәлиуллин етәкселегендә сертификатланған һуғым цехы эш башланы.
Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса райондың ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәте республика Хөкүмәтенең дипломы менән билдәләнде.
Сәсеү кампанияһы – ауыл хужалығы тармағында яңы миҙгел башланды. Аграрийҙарыбыҙ уға ныҡлы әҙерләнде, орлоҡтар, минераль ашламалар, яңы техника һатып алды.
– Ҡатмарлы пандемия шарттарында эшҡыуарҙарға еңелдән булманы. Уларға ярҙам күрһәтелдеме?
– Былтыр, коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, сикләүҙәр индерелгәс, эшҡыуарлыҡ төрлө ауырлыҡтарға дусар булды. Иҡтисадтың был секторына ярҙам итеү өсөн тотороҡлолоҡто күтәреү саралары күрелде. Көрсөк ваҡытында нығыраҡ зыян күргән йүнселлек субъекттары милеккә һалым түләүҙән азат ителде, ер һалымы коэффициенттары кәметелде. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программаны тормошҡа ашырыу өсөн дүрт йүнселгә эштәрен тергеҙә башлаған мәлдә урындағы бюджеттан финанс ярҙамы күрһәтелде. 12 эшҡыуарға республика һәм урындағы бюджет иҫәбенән һәм милек йәһәтенән ярҙам күрһәтелде.
Еңел булмаған ваҡытта ярҙамға мохтаждар ҙа ситтә ҡалманы. Тәүге сиратта оло йәштәгеләр, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрелде. Районда ирекмәндәр штабы булдырылды. Улар оло йәштәгеләргә, хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ярҙам итте. Төрлө мәрхәмәтлек акциялары тормошҡа ашырылды. Улар араһында, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙ бергә” ярҙам акцияһы менән бер рәттән, башҡа саралар ҙа бар ине.
– Бер йылдан ашыу дауам иткән пандемия осоронда райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең эшендә ниндәй үҙенсәлектәрҙе билдәләр инегеҙ?
– Дөйөм алғанда, ябай булмаған һынауҙарҙы еңеп сығып, райондың һаулыҡ һаҡлау тармағы һөҙөмтәлелеген раҫланы. Пандемия ваҡытында Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре еңел булмаған шарттарҙа эшләй, үҙҙәренең профессиональ кимәлен, ныҡлығын һәм ҡаһарманлығын күрһәтә. Халыҡ мәнфәғәтендә башҡарған фиҙакәр хеҙмәте өсөн уларға ҙур рәхмәт!
Былтыр Дәүләкән районы үҙәк дауаханаһында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса рентген һәм эндоскопия комплекстары алынды. Дәүләкәндәргә уңайлы булһын өсөн, хәҙер балалар поликлиникаһы менән стоматология бүлеге дауахана ҡаласығында урынлашҡан. Районда фельдшер-акушерлыҡ пункттары яңыртыла. Ивангород ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылды, тиҙҙән Ҡамсылытамаҡта фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы бинала эш башлаясаҡ. Был йүнәлеш буйынса эш дауам итә.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – коронавирус инфекцияһынан вакцина яһау. Күптәр был процедураның мөһим икәнлеген аңлай. Шуға иғтибар итергә кәрәк: халыҡта иммунитет барлыҡҡа килһә, республикала коллектив иммунитет та буласаҡ. Шул саҡта ғына хәүефтән ҡурҡмай, тыныс йәшәй башлаясаҡбыҙ.
– Район мәғариф системаһында ниндәй уңыштар бар?
– Былтырғы йыл мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн ябай булманы. Уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға, өҫтәмә белем биреү ойошмаларына дистанцияла белем биреү тәртибенә күсергә тура килде. Шуныһы ҡыуаныслы – барыһы ла был үҙгәрештәргә яраҡлашты, уҡытыу барышы зыян күрмәне. Быға берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре лә дәлил. Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшырған уҡыусылар һаны артты. Район балалары Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында ла уңышлы ҡатнашты.
Уларға уҡыуы ҡыҙыҡ булһын һәм педагогтар белем биреү процесын бөгөнгө заманға ярашлы ойоштора алһын өсөн, районда уҡыусыларҙың “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар үҫеш үҙәктәре асылды. 5-се гимназияла, 4-се лицейҙа, 7-се урта мәктәптә “Юғарыға ос!” проекты башланған.
Уҡыусыларҙы сифатлы туҡланыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре – айырым контролдә. Мәктәптәрҙә уҡыу йылы асылғас та, башланғыс кластарҙа белем алыусылар бушлай ашай. Был процесс, кәрәкле кимәлдә ойошторолһон өсөн, биш белем биреү ойошмаһындағы буфет-аш таратыу урындарында ремонт эшләнде, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынды. Бынан тыш, мәктәп янындағы интернатта йәшәгән, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә.
Мәктәпкә тиклемге белем биреү тармағы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. “Демография” милли проекты буйынса Дәүләкәндә ике заманса балалар баҡсаһы төҙөлдө, улар барыһы менән дә тәьмин ителгән. Ленинск ауылындағы балалар баҡсаһына ремонт яһалған. Быйыл Романовка ауылындағы мәктәпкә тиклемге төркөмдөң асылыуы көтөлә.
– Мәҙәниәт тармағы тураһында нимә әйтерһегеҙ? Былтыр ошо өлкәгә ҡараған ойошмаларҙа ремонт эштәре атҡарылдымы?
– Мәҙәниәт өлкәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, әлбиттә. Мәҫәлән, Дәүләкән тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Баҡса урамында яңы бинаға эйә булды. Ошонда уҡ Балалар сәнғәт мәктәбенең өҫтәмә кабинеттары урынлашҡан.
Район мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдарында ла ҙур күләмдә эштәр атҡарылды. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Исмәғил ауылындағы клуб яңыртылды, Бик-Ҡарамалы мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләнде. Урындағы бюджет иҫәбенә район мәҙәниәт йорто өсөн костюмдар, музыка ҡоралдары, төрлө техника һатып алынды.
Йыл аҙағында һиҙелерлек ваҡиға булды: “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ике кино залы асылды. Әйткәндәй, барып ҡарарға кәңәш итәм: тауыш сифаты һәм һынландырыу баш ҡала кинотеатрҙарынан һис ҡалышмай.
– Былтыр, Зауыҡлы биләмәләр йылында, төҙөкләндереү йәһәтенән һеҙҙә ниндәй эштәр атҡарылды?
– Дәүләкән тураһында һөйләгәндә, былтыр урамдарға асфальт түшәүҙе, тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙе дауам иттек. “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы буйынса күп фатирлы дүрт йорттағы һигеҙ подъезд ремонтланды. Төбәк операторы фондынан иһә йорттарҙың фасадтары ипкә килтерелде, тағы өсәүһендә ҡыйыҡтары тотошлай алмаштырылды. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса былтыр өс йорт ихатаһын төҙөкләндерҙек.
Үткән йылда ҡала үҙәген төҙөкләндереү проекты “Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар” конкурсында еңеп сыҡты. Был – ҙур еңеү, әлбиттә. Ул вокзал майҙанын, Мәжит Ғафури, Ҡыҙыл майҙан урамдарын, үҙәк паркка инеү урынын сынъяһау итергә булышасаҡ.
Ауыл биләмәләрендә лә ҙур эштәр атҡарылды. Сапай ауылында “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” программаһы буйынса һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөлөшө бара. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы һәм ауылдарҙа йәшәүселәрҙең, бағыусыларҙың әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә күп эш атҡарылды. Шулай итеп, 2020 йылда барлыҡ көс менән Исмәғил ауылындағы клуб, Айыухан ауылындағы һыу менән тәьмин итеү селтәре ремонтланды һәм башҡа эш башҡарылды. Дәүләкән ҡалаһында йәшәгәндәр ҙә программаға әүҙем ҡушылды: 5-се гимназия биләмәһендә спорт майҙансығы ҡуйылды. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы нигеҙендә төҙөкләндереләсәк объекттарҙы районда йәшәүселәр үҙҙәре һайлай.
– Былтыр халыҡ ҡатнашлығындағы ҡайһы сараларҙы иң мөһиме тип атарға мөмкин?
– Иң мөһимдәренең береһе, әлбиттә, Бөйөк Еңеү көнө. Былтыр юбилей тантанаһын үткәрә алманыҡ, быйыл парадҡа, “Үлемһеҙ полк” акцияһына әҙерләнәбеҙ. Һис шикһеҙ, барлыҡ саралар ҙа эпидемиология талаптарын иҫәпкә алып ойоштороласаҡ. Тағы бер мөһим сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу. Ул былтыр үтергә тейеш ине, тик пандемия был ваҡиғаны быйыл сентябргә “күсерҙе”. Тағы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буласаҡ. Һайлау кампанияһы лайыҡлы үтер, тип ышанам. Дәүләкәндәр ҙә Берҙәм тауыш биреү көнөнә әүҙем ҡушыласаҡ.
– Илгиз Фәнил улы, ниндәй уй-ниәттәрегеҙ бар?
– Барлыҡ изге эштәр урында йәшәүселәр башланғысы менән атҡарыла. Тап улар ярҙамында районда әллә күпме проект, шул иҫәптән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ла тормошҡа ашырылды. “Атайсал” проекты ла, башҡа саралар ҙа уңышлы ғәмәлгә ашырыла. 26 апрелдә төҙөкләндереү өсөн ижтимағи урындарҙы һәм дизайн проекттарын һайлау башланды. Былтыр беҙҙең халыҡ Дәүләкәндә үҙәк баҙар ошондай объект буласағын билдәләгәйне. Хәҙер 2022 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы асыҡларға кәрәк буласаҡ.
– Илгиз Фәнил улы, йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!