Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы 2019 – 2020 йылдарҙа ремонтланған юлдарҙың торошон тикшереү буйынса комиссия эшләне. Сарала ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Илдар Усманов, “Приуралье” юл идаралығы, Стәрлетамаҡтың Йәмәғәт палатаһы, подряд ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Комиссия автомобиль юлдарындағы етешһеҙлектәрҙе теркәне. Илдар Усманов әйтеүенсә, һәр объект буйынса гарантия срогы билдәләнгән: өҫкө асфальт ҡатламы өсөн – дүрт, борт таштары өсөн – ике, люктарға – өс йыл, юл тамғаларына – алты ай.
“Объектты гарантиялы файҙаланыу осоронда етешһеҙлектәр асыҡлана икән, подрядсы уларҙы билдәләнгән ваҡыт эсендә үҙ иҫәбенә төҙәтергә тейеш”, – тине Илдар Усманов.
Юлдарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә акт төҙөлдө һәм подрядсыларға ебәрелде.
Фото: sterlitamakadm.ru/adm