Иҡтисад
10 Май 2021, 10:00

Сингапур менән сауҙа юғары кимәлдә

Башҡортостандан 16 предприятие ошо ил баҙарына сығырға теләй.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, “Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.
Унда Рәсәйҙең Сингапур Республикаһындағы сауҙа вәкиле Александр Свинин, щулай уҡ Сингапур баҙарына сығырға теләгән 16 Башҡортостан предприятиеһы ҡатнашты.
“Республикабыҙ менән Сингапур араһындағы тауар әйләнеше әүәлгесә юғары кимәлдә ҡала. Ил етәкселеге сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған экспорт күләмен үҫтереү бурысын ҡуйҙы. Беҙ Сингапур менән эшмәкәрлектә тап ошо йүнәлештә барырға теләйбеҙ”, – тине дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Һуңғы ике йылда республикалар араһындағы сауҙа күрһәткесе байтаҡҡа үҫкән. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Сингапур 13-сө урынды биләй. Үҙ-ара сауҙа әйләнеше алты тапҡырға артҡан, экспорт 62 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән.
Кәңәшмәлә республиканан тауарҙар экспортлауҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса фекер алыштылар. Улар иҫәбенә химия сәнәғәте, машиналар эшләү продукцияһы, шулай уҡ металл һәм унан яһалған әйберҙәр инде.
Фото: tuvest.ru
Сығанаҡ: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/364620/
Читайте нас