Быйыл Башҡортостандың юл фонды күләме 26 миллиард 665 миллон һум тәшкил итә. Уның 7,3 миллиард һумы – федераль бюджеттан. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков һөйләне.
"Беҙ 28,2 километр автомобиль юлы төҙөргә һәм төҙөкләндерергә, ике километр оҙонлоғондағы 34 күпер һәм 950 километр юл селтәрен, шул иҫәптән 215 километр яңы төҙөлгән биҫтәләргә килеү юлын ремонтларға планлаштырабыҙ", - тине ул.
Быйыл йыл дауамында төҙөүселәр 7,5 километр оҙонлоғондағы Иглин – Кальтовка трассаһын төҙөкләндереүҙе тамамларға тейеш. Шулай уҡ Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының биш километр участкаһына капиталь ремонтты, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу юлын да быйыл эшләп бөтөргә тейештәр.
Муниципаль-ара кимәлдәге ҙур объекттар араһында 13,6 километрлыҡ Благовещен – Павловка, 12,4 километрлыҡ Сермән – Амангилде – Баймаҡ һәм 11,6 километрлыҡ Өфө – Бөрө – Яңауыл юлдарын ремонтлау тора.
Төбәк һәм урындағы юлдарҙа хәүефһеҙлек булдырыу өсөн 56 километр йәйәүлеләр юлы эшләнәсәк, 83 километр юл яҡтыртыласаҡ, 20 мең юл билдәһе, 235 светофор һәм йәйәүлеләр сикләгестәре ҡуйыласаҡ.
Өфө ҡалаһы мэры Сергей Греков белдереүенсә, баш ҡалала 46 километр юл норматив хәлгә килтереләсәк. Галле, Минһажев, Революция, Карьер, Парк, Ветошников, Ухтомский урамдары, Ибраһимов, Һәҙиә Дәүләтшина бульварҙары, Нуғай шоссеһы, Өфө – Аэропорт трассаһы ремонтланасаҡ.
Бынан тыш, быйыл 5,1 миллиард һум аҡса Көнсығыш яҡтан сығыу юлын төҙөүгә тотоноласаҡ. Әле бында 1200 кеше эшләй. Объектты 2023 йылда тапшырасаҡтар.
27 апрелдә юл тамғалары һыҙыла башлағайны, был эште 15 июндә тамамларға йыйыналар.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, юл селтәрен яңыртыу һәм ремонтлау киләһе өс-дүрт йыл эсендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡаласаҡ. Шул иҫәптән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы ла.
– Бик күп муниципалитеттар өсөн был төп мәсьәлә булып ҡала. Ул беҙҙең кешеләрҙе бик борсой. Башҡортостан юлдар оҙонлоғо буйынса илдә икенсе урында. Беҙҙә 49 мең километр юл бар. Уларҙы яҡшы хәлдә тотоу бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә юл билдәләренә мохтажлыҡ һаҡлана. Шулай уҡ тамғалар һыҙыуҙы ла контролдә тотасаҡбыҙ. Ул ныҡлы булырға, оҙаҡҡа етергә тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.