Иҡтисад
11 Май 2021, 13:30

Эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү зарур

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән онлайн кәңәшмәлә юл буйы хеҙмәтләндереүе мәсьәләһе ҡаралды.

11 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткәрелгән онлайн кәңәшмәлә һүҙ юл буйы хеҙмәтләндереүе хаҡында барҙы.
"Беҙҙең алдағы төп мәсьәләләрҙең береһе – Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк маршрут буйынса уңайлы һәм сифатлы юл буйы хеҙмәтләндереүен тәьмин итеү, - тине Андрей Назаров. – Иң беренсе сиратта юл буйы инфраструктураһын әҙерләү һәм юлдар буйлап хеҙмәтләндереүҙең модуль конструкцияларын урынлаштырыу. Хакимиәт башлыҡтарына эшҡыуарҙар менән һөҙөмтәле эшләргә кәрәк. Уларҙа юл буйы объекттары төҙөүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу зарур".
Әле 87 объект төҙөлә, шул иҫәптән 2021 йылда файҙаланыуға тапшырыуға әҙерләнгән 18 беседка һәм модулле бәҙрәф.
"Был йәһәттән республиканың Юл хужалығы идаралығы тарафынан системалы эш алып барыла. Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк урындарҙа ял итеү өсөн өҫтөнлөклө урындар билдәләнде", - тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
"Яҡын арала һайлап алынған объекттарҙың милекселәре, муниципаль берәмек хакимиәттәре вәкилдәре менән мониторинг һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу маҡсатында осрашыу үткәрергә планлаштырабыҙ", - тип белдерҙе республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Әйткәндәй, бөгөн “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәләрендә 21 инвесторҙан 2,4 миллиард һумлыҡ 34 проект ҡаралды.
Читайте нас