Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында быйыл тәүге кварталда республикала торлаҡты сафҡа индереү йомғаҡтары һәм төҙөлөш күләмен арттырыуға йүнәлтелгән инженерлыҡ инфраструктураһы булдырыу барышы ҡаралды.
Премьер-министр билдәләүенсә, 2030 йылға республика йыл һайын дүрт миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү кимәленә сығырға тейеш.
"Был бик ҙур бурыс, әммә Башҡортостан кеүек төбәк ошо маҡсатҡа һөҙөмтәле өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәргә лә эйә. Беҙ граждандарыбыҙҙы уңайлы торлаҡ менән тәьмин итә алабыҙ һәм итергә тейешбеҙ", – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов әйтеүенсә, быйыл тәүге кварталда 694,6 мең квадрат метр торлаҡ (9588 фатир) сафҡа индерелгән, йәғни былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата – 111,7 процент. Башҡортостан был күрһәткес буйынса илдә – алтынсы, ә Волга буйы федераль округында икенсе урында бара.
Инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөү йәһәтенән былтыр декабрҙә республика Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән “Торлаҡ” федераль проектын тормошҡа ашырыуға 8,5 миллиард һумлыҡ субсидия бүлеүгә килешеү төҙөгән. Әле ошо документҡа ярашлы Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларындағы яңы биҫтәләргә юл һалына. Шулай уҡ Өфөлә Ағиҙел аръяғында дүрт инженерлыҡ инфраструктураһы объекты буйынса ғәмәлдәр башланған. Уларҙы 2023 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51470
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru