Хәҙер тормошобоҙҙо кредитһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шуға йыш ҡына һәммәбеҙҙе тиерлек бер үк һорау борсой: “Ҙур әйбер һатып алыу өсөн аҡсаны йыйып барырғамы, әллә кредит алырғамы?” Баҡтиһәң, илдәге төп банктарҙың береһенең тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, Рәсәйҙәге халыҡтың 45 проценты аҡсаны финанс ойошмаһынан бурысҡа алыуҙы түгел, ә йыйыуҙы хуп күрә икән.
Кредиттың бер үҙенсәлеге бар: фатирға ашығыс рәүештә ремонт кәрәккәндә йәки машина һатып алам, тигәндә, ул уңайлы. Кәрәккән сумманы бер юлы түләргә мөмкин. Тик бына был осраҡта финанс ойошмаһына бурысты ҡаплау ҡиммәткә төшәсәк. Автокредит алғанда, өҫтәүенә, страховка түләүҙәрен дә талап итәсәктәр. Бынан тыш, ғүмерегеҙҙе лә страховкалауҙы һорауҙары ихтимал.
Тағы ай һайын банкка түләргә тейеш бурысығыҙ ваҡытында ҡапланмаһа, хатта бер көнгә генә тотҡарланһа, кредиторҙың һеҙҙән штраф йәки пеня түләтеү хоҡуғы бар.
Ә бына үҙегеҙ аҡса йыйһағыҙ, бер кемгә лә бурыслы булмаясаҡһығыҙ. Көтөлмәгән осраҡта, мәҫәлән, эшһеҙ ҡалғанда, ошо сумманы тотоноп буласаҡ. Шулай итеп, йәнә һумдарҙы тупларға тура киләсәк. Тик бына ваҡыт көтмәй, был осраҡта һеҙ һатып алырға теләгән тауар ҡиммәтләнеүе ихтимал.
Шулай итеп, нимә отошлораҡ һуң? Банкка бурысҡа батыумы, әллә инфляцияны “ҡыуып үтергә тырышыумы”? Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ иҫәпләп ҡарайыҡ. Мәҫәлән, һеҙ ватан автомобилен һатып алырға теләйһегеҙ, ти. Әгәр “тимер ат”ты кредитҡа алырға теләһәгеҙ, уның яҡынса хаҡы 510 мең һумға төшәсәк, ҡулаҡса менән иҫәпләшһәгеҙ, 495 мең һум сарыф ителәсәк. Әгәр кредит ставкаһы 13,6 процент булһа, өҫтәмә түләү 114 мең һумдан ашасаҡ. Тағы КАСКО өсөн йылына уртаса 30 мең һум талап ителһә, йәмғеһе 625 мең һум йыйыласаҡ. Ошо уҡ сумманы үҙегеҙ ҙә йыя алаһығыҙ, ләкин хаҡтар ҙа “бәйҙә” тормай шул.
Шулай итеп, аҡсаны йыйырғамы, әллә финанс ойошмаһынан алырғамы икәнлеген үҙегеҙгә хәл итергә тура килә. Әлбиттә, һәр нәмәне, мәҫәлән, шул уҡ яңы смартфонды һатып алғанда, уйлап эш итергә кәрәк.
Финанс ойошмаһынан бурысҡа аҡса алғанда, һеҙҙең кредит тарихы әһәмиәткә эйә. Ул Кредит тарихтары бюроһында һаҡлана һәм һәр кемдең займ килешеүе буйынса бурыстарын нисек атҡарыуын күрһәтә. Ә уны нисек һәм ҡайҙан белергә була һуң? Бының өсөн Кредит тарихтары үҙәк каталогына һорап яҙып ебәрергә була. Шулай уҡ Кредит тарихтары бюроһында ла был хаҡта белешергә мөмкин. Әммә унда йылына ике тапҡыр ғына бушлай мөрәжәғәт итеү рөхсәт ителә. Ҡалған осраҡта был процедура өсөн түләргә тура киләсәк.
Әгәр кемгәлер банк кредит биреүҙән йәки ниндәйҙер ойошма эшкә алыуҙан баш тартһа, бының сәбәбе кредит тарихында булырға мөмкин. Тағы шуны белеү ҡамасауламаҫ: кредит тарихығыҙҙың 100 процентҡа “таҙа” икәнлегенә ышанһағыҙ ҙа, уны тикшереү ҡамасауламаҫ. Юғиһә башҡаларҙың бурысын да “йөкмәтеү” осраҡтары теркәлгән. Паспортты юғалтҡан осраҡта ла, мут әҙәмдәрҙең үҙҙәренә аҡса алыу-алмауын белеү өсөн кредит тарихын тикшерергә кәрәк. Был иһә кредит буйынса түләүҙәр тураһындағы яҙыуҙарҙың дөрөҫлөгөн тикшереү мөмкинлеген бирәсәк. Әгәр унда ниндәйҙер хата табылһа, закон уны юҡҡа сығарыу йәки дөрөҫ икәнлегеңде дәлилләү мөмкинлеген бирә.
Әйткәндәй, хәҙер банктар кредит тарихы бөтөнләй булмағандарға аҡсаны бурысҡа биреүҙе кәметте. Был осраҡта кредит алыу еңел булмаһа ла, тырышҡанда аҡса алыу юлын табырға мөмкин. Мәҫәлән, банкка күрһәтелгән эш хаҡы, стаж тураһындағы күрһәткестәр шәп булһын. Тағы интернет, телефон бәйләнеше өсөн түләүҙәрҙе лә финанс ойошмаһына тәҡдим итергә мөмкин. Тик шуныһы: улар ваҡытында түләнеп барырға тейеш.
Бер нисә банкка бер юлы кредит һорап мөрәжәғәт итеү дөрөҫ түгел, сөнки ул дөйөм базала күренәсәк. Финанс ойошмаһы вәкилдәре, клиент бер нисә кредит алырға теләй тип уйлап, баш тартыуы ихтимал.
Фатир йәки автомобиль, һыуытҡыс йәки башҡа көнкүреш техникаһын һатып алырға теләйһегеҙ икән, өҫтә беҙ яҙған ике юлдың береһен һайлағыҙ. Иң мөһиме – сифатлы әйбер алып, уны оҙаҡ файҙаланырға яҙһын.