Иҡтисад
11 Май 2021, 15:15

Сәнәғәттә хәл нисек?

Премьер-министр Андрей Назаров республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов 2021 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса төбәктәге иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
"Беренсе кварталда сәнәғәт етештереү индексы, уртаса күрһәткестән 1,8 процентҡа артып, 100,5 процент тәшкил итте. Тармаҡтағы 29 йүнәлештең 17 төрлө иҡтисади эшмәкәрлек предприятиелары сәнәғәт етештереүенә тос өлөш индерҙе", – тип белдерҙе Рөстәм Моратов.
Эшкәртеү производстволары, электр энергияһы, газ тәьминәте, һыу бүлеү, ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереү предприятиелары ыңғай динамикаға эйә.
"Ғинуар – март айҙарында тулайым төбәк продукты күләме 370 миллиард һум, йәки 2020 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 98,7 процент тәшкил итә. Машиналар эшләү өлкәһе иҫәбенә нефть тармағындағы күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе бер аҙ йомшартылды", – тине министр.
Торлаҡты сафҡа индереү кимәле былтырғыға ҡарата 111,7 процент булған. Рәсәй төбәктәре араһында республика торлаҡты сафҡа индереү йәһәтенән – етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Сауҙа тармағында ҡулланыусылар баҙары әкренләп пандемияға тиклемге кимәлгә ҡайта. Ваҡ сауҙа әйләнеше былтырғы ғинуар – марттағыға ҡарағанда 0,6 процентҡа түбәнәйгән. Шул уҡ ваҡытта интернет аша һатыуҙар 79,2 процентҡа артҡан.
Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше ғинуар-февраль айҙарында 463,3 миллион АҠШ доллары, йәғни 2020 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,4 процентҡа аҙыраҡ тәшкил иткән. Уның ҡарауы, сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспорты 259,8 миллион доллар кимәлендә теркәлгән. Был иһә былтырғы ғинуар-февраль кимәленән 20,5 процентҡа юғарыраҡ.
Хөкүмәт Премьер-министры Андерй Назаров 18 майҙа республикалағы ҙур предприятиелар етәкселәре менән кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Унда сәнәғәттәге хәлде тикшереү, етештереү күләмен арттырыу буйынса план төҙөү күҙаллана.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51478
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас