Иҡтисад
11 Май 2021, 07:20

Сәсеү йылдам темптар менән бара

Башҡортостанда сәсеү эштәре гөрләп дауам итә. Быға ҡоро һәм йылы һауа торошо ла булышлыҡ итә.

Башҡортостанда сәсеү эштәре гөрләп дауам итә. Быға ҡоро һәм йылы һауа торошо ла булышлыҡ итә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сәсеү барышы менән таныштырҙы.
Уның белдереүенсә, 10 майға ҡарата Башҡортостанда 864 мең гектар сәселгән, был планлаштырылған майҙандың 43 проценты. Йылы көндәр яҙғы сәсеү темптарын технологик максимумға тиклем арттырыу мөмкинлеген бирә. Тәүлек эсендә ауыл хужалығы предприятиелары 100 мең гектарға тиклем майҙанда сәсә. 50 проценттан ашыу ергә Көньяҡтағы урманлы-далалы зона райондары эшсәндере сәсеп тә бөткән.
– Иртә яҙғы культураларҙы сәсеүҙе 25 майға тиклем тамамларға планлаштырабыҙ. Зоналарға бүлһәк, сроктар төрлөрәк: Урал алды, Көньяҡ зона һәм Урал аръяғы – 20 майға тиклем, Төньяҡ урман-дала һәм Төньяҡ-көнсығыш – 25 майға тиклем. Һуң сәселә торған яҙғы культуралар – ҡарабайҙай, тары, судан үләне – 5 июнгә тиклем, – тине вице-премьер.
Сәсеү эштәре менән бергә хужалыҡтар ужым культураларын химик утау һәм шәкәр сөгөлдөрөн химик эшкәртеү эштәрен башланы. Минераль ашламалар ихтыяждан 92 процент тупланған. Былтыр был һан 74 процент тәшкил иткәйне.
Быйыл аграрийҙар әүҙем рәүештә шыйыҡ минераль ашламаларҙы файҙаланыуға күсә. Ул ҡоро йылдарҙа үҙенең һөҙөмтәле булыуын дәлилләгәйне.
– Дүрт айы эсендә ауыл хужалығы етештереүеләре 1219 берәмек ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдар һатып алды. Уның дөйөм хаҡы 3,8 миллиард һум, ул былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 1,6 миллиард һумға күберәк. “Росагролизинг” аша техника һатып алыуға заявкалар һаны 2,2 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙың 1,4 миллиард һумы хупланған. Лизингҡа техника алыу буйынса республика ил буйынса тәүге биш төбәк исемлегендә, – тине Илшат Фәзрахманов.
Радий Хәбиров яңы ауыл хужалығы техникаһын алыу буйынса темптарҙы кәметмәҫкә ҡушты. Шулай уҡ ул былтыр аграрийҙар алдында барлыҡҡа килгән бурыстарҙы ҡайтарасаҡтар тине.
Фото: apkrb.info
Читайте нас