Сит ил машиналары ҡиммәтләнә, тип әйтәләр. Үҙебеҙҙә етештерелгән автомобилдәргә лә хаҡ артырмы икән?..
– “Автостат” агентлығы хәбәр итеүенсә, сит илдәрҙә сығарылған машиналарға хаҡ күтәрелә. Белгестәр әйтеүенсә, был утилләштереү йыйымдарының артыуына бәйле икән. Әлеге ваҡытта ил Хөкүмәте һуңғы документтарҙы әҙерләй, тип хәбәр итә “Автостат” агентлығы хеҙмәткәрҙәре.
Был йыйымдар 25 процентҡа артыр, тип көтөлә. Ошо хаҡтағы закон проекты килешеүҙең һәм экспертиза үткәреүҙең һуңғы стадияһын үтә. Әммә был үҙгәрештәр Рәсәйҙә йыйылған автомобилдәргә ҡағылмаясаҡ, тип ышандыра түрәләр. Ә бына сит ил машиналарына килгәндә, улар тағы ҡиммәтләнер, моғайын. Йыйымдарҙан тупланған аҡса иһә автокредит, лизинг буйынса ташламаларға һәм газ яғыулығын ҡулланыусыларға льготаларға йүнәлтеләсәк.
Тағы шуны билдәләргә кәрәк: былтыр декабрҙә матур йолаға әүерелгән Яңы йыл алды еңел автомобилдәр сауҙаһы әүҙем барманы. Шуға үткән йыл моделдәре машиналары өсөн ташламалар көтөлмәй. Быға, белгестәр белдереүенсә, автобаҙарҙағы дефицит сәбәпсе икән. Коронавирус пандемияһы арҡаһында автомобилдәрҙе етештереүҙә тотҡарлыҡтар теркәлгән. Өҫтәүенә, үткән йылдың һуңғы айҙарында һумдың осһоҙланыуы һөҙөмтәһендә машиналарға ихтыяж кинәт артҡан. Әммә был баҙарҙағы хәлдәр яҙ тотороҡланыр тип көтөлә, сөнки яңы ҡыйбат хаҡҡа һатылған машиналарға ихтыяж да кәмейәсәк.
Һәммәбеҙ шаһит булыуынса, һуңғы йылдарҙа техникаға хаҡ бермә-бер арта. Ошо уҡ хәл былтыр ҙа күҙәтелде һәм быйыл да иҫкәрмә булмаясаҡ. Өҫтәүенә, күптәр хәҙер автомобилде капитал һалыу сығанағы итеп тә ҡарай. Бынан тыш, хәҙер машина – ниндәйҙер байлыҡ билдәһе түгел, ә уңайлы транспорт сараһы.