Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Иҡтисад
14 Май 2021, 16:30
Йәнә ике компания ҡушылды
Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына ике компанияны индерҙе.
Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандағы “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына ике компанияны индерҙе.
Шулай итеп, “Благовещен мобиль конструкциялар заводы” менән “Фабрика Продакшн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре диңгеҙ контейнерҙарын һәм күләме 480 миллион һумдан күберәк булған инвестициялар етештереү буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра.
"Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусы инвесторға килемгә һалымды кәметеү, милеккә, ергә һалымды түләүҙән азат итеү, шулай уҡ страховка иғәнәләрен кәметеү кеүек һиҙелерлек өҫтөнлөктәр бирә. Башҡортостан башланғысы менән республиканың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә эшҡыуарлыҡты уңайлы алып барыу өсөн, билдәләнгән ташламаларҙан тыш, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын файҙаланған резиденттар өсөн һалым ставкалары кәметелгән. Бынан тыш, дәүләт милкен ҡуртымға алғанда кәметелгән коэфициент ҡаралған. Муниципалитеттарҙа ер һалымы буйынса нуль процентлы ставкалар ҡуйылған", - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Әйткәндәй, Благовещен ҡалаһында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе 2019 йылдың 12 февралендә барлыҡҡа килгән. Барлыҡ инвесторҙар менән
https://economy.bashkortostan.ru/activity/21990/
с
айтында танышырға мөмкин.
Фото:
pravitelstvorb.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"