Иҡтисад
14 Мая 2021, 08:30

Йәнә йылылыҡ өсөн түләү хаҡында

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йылылыҡ өсөн түләүҙе иҫәпләү йәһәтенән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда “Йылылыҡ хаҡын хаталы иҫәпләүҙең асыҡланған сәбәптәрен бөтөрөүҙең һәм Башҡортостан Республикаһындағы йылылыҡ менән тәьмин итеү объекттарын көҙгө-ҡышҡы шарттарҙа эшкә әҙерләүҙең комплекслы планы” проектын эшләү барышы тикшерелде.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йылылыҡ менән тәьмин иткән өсөн хаҡты иҫәпләү мәсьәләһе буйынса эш төркөмөн киңәйтергә ҡарар итте. Уның составына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Николай Хорошилов, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский индерелде.
– Инвестиция программаһы аудитын ҡулланһаҡ, тарифты иҫәпләүҙең ҡаҙанлыҡ алымын үҙгәртһәк, күп фатирлы йорттарҙы йылытыу миҙгеленә ентеклерәк әҙерләһәк, ҡорамалдарҙы системалы яңыртыу менән шөғөлләнһәк, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Минеңсә, мәсьәләләрҙең ҡайһы берҙәренә бизнес вәкилдәрен йәлеп итергә була, – тине Рөстәм Моратов.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башинформсвязь” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, практик проекттар буйынса директор Булат Әсәҙуллин Яңауылдағы 1-се ҡаҙанлыҡты моденизациялауҙың пилот проекты тураһында һөйләне.
Рөстәм Моратов киләһе кәңәшмәлә тикшереләсәк мәсьәләләр исемлеген әҙерләргә, уларҙың һәр ҡайһыһы буйынса яуаплыларҙы билдәләргә ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51499
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас