Башҡортостанда “Алға” берҙәм транспорт карталарын сығарыу 500 меңдән ашҡан.
Был һан хәҙер ошо карта менән республикала йәшәгән һәр ете кешенең, ете йәшкә тиклемге балаларҙы иҫәпкә алмағанда, файҙаланғанлығын күрһәтә. Бер йыл ярым эсендә барлығы 4,7 миллиард һумлыҡ 281 миллион юл йөрөү теркәлгән. Бынан тыш, төбәк түләү системаһының файҙаланыуға тапшырылыуынан алып, йәмәғәт транспортында ҡулаҡсаһыҙ йөрөү хаҡы кимәлен 81 процентҡа тиклем еткерергә мөмкин булды.
– 2019 йылда “Алға” картаһын сығарғанда республикала йәшәүселәрҙә популяр булырлығына шик юҡ ине. Был проектҡа транспорт ҡушылмаһын ғына түгел, башҡа күп кенә һанлы хеҙмәттәрҙе лә һалдыҡ, - тип белдерҙе республиканың дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.
“Алға” картаһы менән юл хаҡы өсөн минималь тариф буйынса ғына түләү мөмкинлеге түгел, мәктәп уҡыусыһының электрон асҡысы ла бар. Унда шулай уҡ уҡыусыларҙың мәктәп туҡланыуы өсөн электрон аҡса һаҡлана, льготаға эйә булғандарға социаль хеҙмәттәр иҫәпләнә. Киләсәктә “Алға” картаһында мобиль ҡушымта буласаҡ, сөнки ул виртуаль буласаҡ. Өҫтәүенә, уны республика ҡунағы картаһы итәсәктәр. Тимәк, ул Башҡортостандың бер атрибутына әйләнәсәк.