Иҡтисад
15 Мая 2021, 12:00

Башҡортостан Башлығы - Баймаҡта

15 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды һәм яҙғы баҫыу эштәре, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн яңы эшкәртеү ҡеүәттәре менән танышты.

15 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды һәм яҙғы баҫыу эштәре, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн яңы эшкәртеү ҡеүәттәре менән танышты.
Сәсеү эштәренең яртыһынан күберәген “Зауралье-Агро” машина-трактор станцияһы аграрийҙары атҡарған. Был предприятие Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Хәйбулла райондарында эшләй. Быйыл дөйөм сәсеү майҙаны 7,2 мең гектарҙан ашыу. Сәселгән төп культуралар – бойҙай, көнбағыш, етен, мал аҙығы үләндәре.
“Зауралье-Агро” МТС-ы генераль директоры Рөстәм Сунғуровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, сәсеү кампанияһына 300-ҙән ашыу кеше һәм 60 тирәһе берәмек техника йәлеп ителгән.
Киләһе йылда МТС баҫыуҙарында заманса һуғарыу системаһын монтажлай башлаясаҡтар. “Агродинамика” компаниялар төркөмөнөң был проектын быйыл яҙ “Инвестсәғәт”тә хуплағайнылар.
Башҡортостан Башлығы урында йәшәгәндәрҙе эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе боҙмаҫ өсөн проекттың мотлаҡ эксперт баһаламаһына айырыуса иғтибар итте.
– Йыш ҡына ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн яуым-төшөм етмәгән Урал аръяғы аграрийҙары өсөн был – көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы проект, - тине Радий Хәбиров. – Әммә мелиорация системаһының тораҡтарҙа һыу ҡытлығына килтермәүе мөһим. Был мәсьәләне ентекләп өйрәнергә кәрәк.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас