2020 йылдың сентябрендә үткәрелгән VII Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумы сиктәрендә Башҡортостан һәм Беларусь Хөкүмәттәре тарафынан сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм социаль-мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Был килешеү 2021 майҙың 13 майында үҙ көсөнә инде.
– Башҡортостан менән Беларусь араһындағы хеҙмәттәшлек 1999 йылдың июлендә, Өфөлә Беларусь Президенты Александр Лукашенко етәкселегендәге делегацияны ҡабул иткәндә башланғайны. Предприятиеларыбыҙға ярҙам саралары программаһы сиктәрендә Беларусь Республикаһындағы Рәсәй Федерацияһы Сауҙа вәкиле менән ике сәғәт үткәргәйнек. Был иһә эскпортҡа йүнәлтелгән компанияларыбыҙға Беларусь баҙарына сығырға булышлыҡ иткәйне, - ти республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
2021 йылдың ғинуар-февралендә тышҡы сауҙа әйләнеше 45,9 миллион доллар тәшкил иткән. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 67,4 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, экспорт ике тапҡырға артҡан һәм, 2020 йылдың ошо уҡ күрһәткестәрен 18,3 процентҡа арттырып, 32,9 миллион доллар тәшкил иткән.