Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт үҫеше фонды эшкәртеү сәнәғәте, йәмәғәтселек туҡланыуы һәм сауҙа өлкәһе ойошмаларына финанс ярҙам күрһәтеү өсөн дөйөм Рәсәй иҡтисади эшмәкәрлек классификатор төрҙәре исемлеген киңәйтеүе ихтимал.
Ошондай тәҡдим хаҡында республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт үҫеше фонды Попичетеллек советы кәңәшмәһендә әйтте. Был сара Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткәйне.
– Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт үҫеше фонды республиканың финанс секторында үҙен күпкә һөҙөмтәлерәк һәм киләсәге булған иҡтисадтың тармаҡ йүнәлештәре буйынса сәнәғәт үҫешенең яңы программалары финанс институты тип күрһәткәйне. Шулай итеп, 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт үҫеше фонды Рәсәйҙең 70 төбәге араһында маҡтаулы икенсе урын яуланы, - тине Андрей Назаров.
– Бөгөн республикала ауыл хужалығы үҫешһә лә, урындағы әҙер продукцияға дефицит бар, - тине Алексей Гусев. Ул республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы һәм Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан аҙыҡ-түлек тауарҙарының ихтыяж картаһының һанлаштырыуы хаҡында белдерҙе. Алексей Гусев шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау өсөн заманса келәттәрҙең етешмәүе хаҡында әйтте.
Әйткәндәй, “Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт үҫеше фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы республиканың сәнәғәт үҫеше дәүләт фонды булып тора.