Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, подрядсылар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы быйыл төҙөкләндерелергә тейешле тәүге юл участкаларында эш башлаған. Ҡала хакимиәте башлығы ла ремонт барышын күҙәтеү өсөн урында подрядсылар менән аҙналыҡ кәңәшмәләр үткәрә башланы.
Губкин урамындағы өс участкала эште июнь аҙағына тиклем тамамларға тейештәр. Әле объектта иҫке асфальтты ҡырып алып, яңыһын һалыу өсөн нигеҙ әҙерләйҙәр. Бер үк ваҡытта тротуарҙы ла төҙөкләндереү бара. Әйткәндәй, милли проектҡа ярашлы, Салауатта алты километрға яҡын юлды төҙөкләндереү планлаштырыла.
Урман паркы урамында ҙур эш башҡарыу бурысы тора. Бында тротуарҙарҙы, канализация селтәрен, туҡталыштарҙы яңыртыу, биләмәне төҙөкләндереү, йәшелләндереү, юл һалыу күҙаллана. Ҡаланың көнсығышында өр-яңы транспорт артерияһы барлыҡҡа киләсәк. Ул бөтә ихаталарҙан сыҡҡан юлдарҙы берләштереп, Калинин һәм Урман паркы урамдарын, яр буйы юлын уңайлыраҡ итәсәк.