Иҡтисад
17 Май 2021, 07:30

Был тармаҡҡа тәртип кәрәк

Радий Хәбиров, Баймаҡта булғандан һуң, ҡаҙылма байлыҡты файҙаланыу темаһына иғтибарҙы арттырҙы.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо ялдарҙа Баймаҡ ҡалаһына булған эш сәфәре тураһында һөйләне. Унда ул күтәрелгән мәсьәләләр тураһында ла әйтте.
Баймаҡта саҡта Радий Хәбиров файҙалы ҡаҙылмалар табыуға арнап кәңәшмә үткәргәйне. Был – район халҡы өсөн ҙур проблема.
– Теге йәки был участкала эшкәртеү башланыуы тураһында урындағы халыҡ унда техника килеп, ҡапыл ғына эштәр башланғас, саҡ белеп ҡала, – тине ул. – Муниципалитеттар, власть органдары, контроль-күҙәтеү органдары һәм ҡаҙылма байлыҡтан файҙаланыусылар араһында хеҙмәттәшлек булдырырға кәрәк. Ҡаҙылма байлыҡты файҙаланыу – бик мөһим иҡтисади эшмәкәрлек, ул яңы эш урындары булдырырға тейеш. Тик экология талаптары үтәлмәһә, ул бик проблемалыға әйләнә. Шуға күрә беҙ ведомство-ара комиссия булдырырға ҡарар иттек. Ул ҡаҙылмаларҙы файҙаланыуҙың бар этаптарында ла лицензиялауҙы аныҡ үтәүҙе контролдә тотасаҡ, кәрәк булһа, ярҙам итәсәк.
Радий Хәбиров урында асыҡланған “ҡыҙыҡлы” осраҡтарға ла туҡталды. Мәҫәлән, Учалы районында алтын тапҡан “Альтинвест” компанияһының бенефициарҙарының береһе булып Украина сәйәсмәне тора. Был кеше - Украина Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры һәм Юғары Раданың элекке депутаты Леонад Казаченко, ул “санкциялар исемлегенә” индерелгән. Башҡортостан байлыҡтары менән сит илдәрҙә йәки офшор зоналарҙа йәшенгән кешеләр ҙә ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, “Златолит-Плюс” йәмғиәте Сейшел утрауҙарында теркәлгән, “ИремельБашресурс” компанияһы – Чехия бизнесмендарыныҡы.
– Бик ҡыҙыҡ хәлдәр, бер яҡтан, был законға ҡаршы түгел. Тик уйланырға ла кәрәк, аҡса ҡайҙа китә? Аҙна дауамында ведомство-ара комиссия булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: gasandmoney.ru
Читайте нас