Иҡтисад
17 Май 2021, 17:30

“Бындай баһаға ҡыуанам”

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Инстаграм селтәрендә яҙма ҡалдырҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Инстаграм селтәрендә Fitch Ratings халыҡ-ара рейтинг агентлығының Башҡортостанға биргән баһаһы тураһында яҙма ҡалдырҙы.
“Fitch Ratings халыҡ-ара рейтинг агентлығы Башҡортостандың “Тотороҡло” тигән прогноз менән “ВВВ” кимәлендәге оҙайлы кредит рейтингын раҫланы. Был – Рәсәй төбәктәре өсөн иң ҙур баһа. Аналитиктарҙың фекеренсә, беҙ уға иҡтисадыбыҙҙың былтырғы көрсөккә – пандемияға һәм нефткә хаҡ төшөүгә ныҡлы ҡаршы тора алыуы һөҙөмтәһендә өлгәштек. Улар шулай уҡ Хөкүмәттең сығымдарға идара итеүендә һығылмалылығын һәм уларҙы һөҙөмтәле ҡулайлаштырыу һәләтен билдәләне.
Белеүегеҙсә, мин кабинеттың эш һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирәм һәм халыҡ-ара эксперт берләшмәһе яғынан бындай баһаға бик ҡыуанам, әлбиттә. Әммә беҙ туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ, артабан да эшләйәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: veteranrb.ru
Сығанаҡ: Инстаграм селтәре.
Читайте нас