Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡала һәм райондарҙағы дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында һәм ихата биләмәләрендә соҡорҙарҙы ямау буйынса сираттағы кәңәшмә булды. Кәңәшмә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә видеоконференцэлемтә тәртибендә үтте.
Кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, 16 майға юл инфраструктураһы өлкәһендә контроль һәм эште планлаштырыу системаһында 13 мең 142 километрлыҡ юл тикшерелгән. Был дөйөм күрһәткестең 66,4 процентын тәшкил итә. Бурысты Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, шулай уҡ Архангел, Ауырғазы, Бәләбәй, Дыуан, Ейәнсура, Иглин, Ҡариҙел, Краснокама, Мәләүез, Нуриман, Стәрлебаш райондары тулыһынса үтәгән. Әммә юлдарыҙың ни бары 10 процентын ғына тикшереп сыҡҡан райондар ҙа бар. Улар – Баймаҡ, Ҡалтасы, Саҡмағош, Шишмә, Мәсетле райондары.
Әле 18 районда һәм өс ҡалала соҡорҙарҙы һанлаштырыуға тотонғандар, ә уларҙы ямау эше башланмаған да. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, был эш 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.
– Бөгөн эш тиҙлеге лә, күләме лә ҡәнәғәтләндермәй. Был юлдарҙы һанлаштырыуға ла, юл инфраструктураһы өлкәһендә контролдең һанлы системаһына мәғлүмәтте индереүгә лә, соҡорҙарҙы ямауға ла ҡағыла. Хакимиәт башлыҡтарынан әүҙемлекте арттырыуҙы һорайым. Эш өс аҙнанан тамамланырға тейеш, – тине Андрей Назаров. – Бер аҙнанан был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырбыҙ. Халыҡ хәүефһеҙ һәм уңайлы юлдан йөрөргә тейеш.
Кәңәшмәлә юл тамғаһын һалыу мәсьәләһе тикшерелде, граждандарҙың юлға ҡағылышлы мөрәжәғәттәренә анализ яһалды.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51524
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru