Иҡтисад
17 Май 2021, 16:15

Платформалар яңыртыла, соҡорҙар ямала

Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, Өфө тимер юл вокзалының перрон комплексын яңыртыу мәсьәләһе тикшерелде.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков әйтеүенсә, быйыл Өфө вокзалы бинаһын реконструкциялау тамамланғас, беренсе һәм икенсе пассажир платформаларын проектлауға тотонорға мөмкин. Был тимер юл транспортынан файҙаланған кешеләр өсөн уңайлыҡтарҙы һәм уларҙың хәүефһеҙлеген арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Модернизацияның яҡынса хаҡы – 1,1 миллиард һумдан ашыу, шул иҫәптән проектлау эшенә – 130 миллион һум.
Радий Хәбиров Өфөнөң тимер юл вокзалында ике платформаны яңыртыуҙың тәҡдим ителгән варианты ҡалала транспорт инфраструктураһын үҫтереү өсөн кәрәк. Был мәсьәлә “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте ҡатнашлығында киләһе кәңәшмәлә тикшереләсәк һәм проектты финанслау буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.
“Транспорт сәғәте”ндә ҡатнашыусылар шулай уҡ баш ҡала урамдарындағы соҡорҙарҙы ямау барышы буйынса фекер алышты. 17 майға ҡарата был эш 46 процентҡа тамамланған. Өфө мэры Сергей Греков әйтеүенсә, юл япмаһындағы етешһеҙлектәрҙе 12 июнь – Ҡала көнөнә бөтөрөргә ниәтләйҙәр.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/141847.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас