Иҡтисад
17 Май 2021, 16:30

Рейтинг агентлығынан – юғары баһа

Башҡортостан тетрәнеүҙәргә ышаныслы ҡаршы тора, ныҡлы уйланылған сәйәсәтте тормошҡа ашыра.

Fitch Ratings халыҡ-ара рейтинг агентлығы Башҡортостандың “Тотороҡло” тигән прогноз менән “ВВВ” кимәлендәге оҙайлы кредит рейтингын раҫланы.
"Ҙур Халыҡ-ара рейтинг агентлығының бындай баһаһы Башҡортостанды юғары инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһенә һәм юғары абруйға эйә булған төбәк итеп таныта", – тине республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.
Агентлыҡ аналитиктары билдәләүенсә, Башҡортостан тетрәнеүҙәргә (коронавирус пандемияһына һәм нефткә хаҡтың төшөүенә) тотороҡло ҡаршы тора һәм уйланылған бурыс сәйәсәтен тормошҡа ашыра. Коронавируслы йыл эҙемтәләренә, өҫтәмә килемде генерациялау мөмкинлеге сикле булыуға ҡарамаҫтан, республика бюджеты тотороҡлолоғон, шулай уҡ сығымға идара итеүҙә һығылмалылыҡты һаҡлап ҡала.
Fitch эксперттары Башҡортостандың финанс күрһәткестәре тергеҙелер һәм кредит һәләте 2021 - 2025 йылдарҙа көслө булып ҡалыр тип күҙаллай.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51532
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас