Иҡтисад
17 Май 2021, 12:30

“Юл айырсаһын август уртаһына асырға вәғәҙә иттек”

Объектты реконструкциялау иң “ҡыҙыу” темаларҙың береһе булып ҡала.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Фейсбук" селтәрендәге сәхифәһендә баш ҡалалағы юл айырсаһында башҡарылған эш тураһында яҙып сыҡты.
“Вәлиди урамы менән Юлаев проспекты киҫелешендәге юл айырсаһын реконструкциялау Өфө өсөн иң “ҡыҙыу” темаларҙың береһе булып ҡала. Был юл ҡала өсөн бик мөһим. Ремонт башланғанға тиклем бынан тәүлек һайын 125 меңгә яҡын автомобиль үтә ине. Юл айырсаһын ябыу водителдәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, әлбиттә. Беҙ уларҙы кәметергә тырыштыҡ, әммә был ғына етмәй. Шуға күрә беҙ объектты реконструкциялау ваҡытын ҡыҫҡартырға булдыҡ. Бының өсөн ремонт эштәре барышын ҡулайлаштырҙыҡ. Уның тураһында әүәл яҙғайным инде.
Бөгөн кәңәшмәлә эш барышын тикшерҙек. Дүрт айҙа төҙөүселәр юл айырсаһының иҫке өрлөктәрен һәм таяуҙарын һүтеп алған, нигеҙгә свай ҡағып бетонлаған, шулай уҡ башҡа монтаж эштәрен дә башҡарған. Ошо көндәрҙә археологик экспертиза башлана. Был ғәмәл бик кәрәк, сөнки “Өфө III ҡаласығы” мираҫ объекты юл айырсаһы сиктәренә инә.
Асыҡланыуынса, эш әлегесә барһа, яңы айырсала хәрәкәтте 1 сентярбргә аса аласаҡбыҙ. Был беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Халыҡҡа юл айырсаһын август уртаһына асырға вәғәҙә иттек. Шуға ла ошо аҙнала урынға барып, хәлде ҡараясаҡмын. Хәрәкәтте яңы уҡыу йылына асыу өсөн эш срогына төҙәтмәләр индерәсәкбеҙ”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: facebook.com/100001714985777/posts/4186955064704952/
Сығанаҡ: facebook.com/100001714985777/posts/4186955064704952/
Читайте нас