Республикала 1 миллиард 955 миллион һум аҡсаны йәлеп иткән йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү, һыу үткәреү буйынса 22 конфессия килешеүе төҙөлгән.
Был ҡул ҡуйылған килешеүҙәр 2043 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Бына ошондай мәғлүмәттәр 17 майҙа Башҡортостан Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә әйтелде. Был сараға республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслек итте.
Андрей Назаров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә инвестицияларҙы йәлеп итеү мотлаҡ икәнлеген белдерҙе. Ул шәхси капиталды йәлеп итеүҙең төп механизмдарының береһе дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Башҡа тармаҡтар кеүек, торлаҡ-коммуналь өлкә лә аҡсаға, шул иҫәптән инвестицияға мохтаж. Был йәһәттән эште системалы рәүештә атҡарабыҙ һәм ҡайһы бер муниципалитеттарҙа йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү, заманлаштырыу маҡсатында концессия механизмдарын файҙаланыу миҫалдары бар. Әммә был эште мотлаҡ дауам итергә һәм тағы һөҙөмтәле итергә кәрәк, - тине Премьер-министр.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованованың әйтеүенсә, әле план буйынса 670 миллион һумлыҡ аҡса йәлеп итәсәк 13 концессия килешеүе өҫтәмә рәүештә эштә.
Концессия килешеүҙәре сиктәрендә барлығы 58 инвестиция программаһы тормошҡа ашырыла.
Кәңәшмәлә инвестор менән эштең беренсе стадияһы концессия килешеүҙәрен һәм инвестиция программаларын тормошҡа ашырғанда ҡуйыласаҡ тарифтарҙы ҡарау тип билдәләнде. Шулай уҡ льготалы тариф тураһында ла һүҙ булды.
Андрей Назаров республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм башҡа ошо мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынған ведомстволарға льготалы тариф индерелгән төбәктәр тәжрибәһен өйрәнергә һәм ошондай уҡ эште башларға ҡушты.