“Раевская” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Әлшәй районында иң табышлы һәм халыҡ күпләп эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Уның бай эш тәжрибәһен күрше-тирәнән генә түгел, тотош республикабыҙҙан да килеп өйрәнәләр. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, был хужалыҡты ситтә лә яҡшы беләләр.
“Раевская” хужалығының эше менән танышҡандан һуң, байтаҡ һорауҙарға яуап табылды. “Ауылда эш юҡ”, “ауылда бер нимә лә ҡыйратып булмай” тип әйтергә тел дә әйләнмәй хәҙер. Ғәжәп бит! Был хужалыҡта Ҡыпсаҡ-Асҡар, Ҡырым, Казанка, Зеленый Клин һәм Ташлы ауыл советтарында ғүмер иткәндәр хеҙмәт күрһәтә, үҙәк идараһы Казанкала урынлашҡан. Һәр ауыл советында кәмендә өсәр ауыл тип ҡарағанда ла, күпме кеше эш урыны менән тәьмин ителгән икәнен күҙаллау ауыр түгел.
– Эшселәрҙең уртаса йәше – 45 тирәһе, һәр береһе бурысына яуаплы ҡарай, – тип һөйләй “Раевская” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры Илгиз Свечников. – Әйткәндәй, миҙгеленә ҡарап, хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 270-кә лә еткәне булды. Һәр кем тураһында оло хәстәрлек күрелә. Мәҫәлән, медицина тикшереүе даими ойошторола, махсус кейем бирелә, ә инде эш хаҡының ваҡытында түләнеүен, хатта дәртләндереү сараларының күрелеүен телгә алырға ла кәрәкмәй.
Ысынлап та, кемдең йылы ергә тартылып торғоһо килмәһен, ти! Күптәрҙың бында килгеһе килә, әлбиттә. Улай булмаһа, әллә ҡайҙа ятҡан Яңауыл районынан Иван Стерхов Раевкаға юлланмаҫ та ине.
– Йәш белгес булараҡ, был хужалыҡта эш башланым, – тип һөйләй егет. – Миңә йәшәргә дөйөм ятаҡтан урын бирҙеләр, тулыһынса уңайлыҡтар бар.
Илгиз Евгеньевич белдереүенсә, күптән яҙғы баҫыу эштәрен тамамлағандар. Арышты өҫтәмә туҡландырыу тураһында хәстәрлек күргәндәр, баҫыуға ашлама индереүҙе лә онотмағандар, йәнә тырматыу кеүек күңелле мәшәҡәттәрҙе лә бөтөргәндәр. Эш барышында бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡтар йәки ҡатмарлыҡтар күҙәтелмәгән. Иң мөһиме, ялан батырҙарының кәйефе көр, бөтәһе лә ең һыҙғанғас, уй-ниәттәр еңел тормошҡа ашырыла.
Хужалыҡтың сәсеүлек ерҙәре 32 мең 500 гектарға йәйелгән, шуның 70 процент тирәһен баҫыулыҡтар биләй. Былтыр хужалыҡ өсөн дүрт яңы техника һатып алғандар. Ауыл ерендә 27 меңдән ашыу аҡса алыу насар түгел. Кем әйтмешләй, унда үҙеңдең бәләкәй хужалыҡ иҫәбенә йәшәйһең бит. Күпләп мал тоторға мөмкин, тырыштар ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса сәсеүселәр иркен йәшәй.
Яҙғы сәсеү барышында, ғөмүмән, үҫемлекселектә баш агроном хужаның уң ҡулы булырға тейеш. Был тәңгәлдә Илгиз Евгеньевичтың күңеле тыныс. Ул Риф Исламов менән һәр мәсьәләне уртаға һалып, ҡыҫҡаһы, аңлашып эш итәләр.
– Үҫемлекселектән тыш, малсылыҡ тармағын да тигеҙ алып барабыҙ, – тине Илгиз Свечников. – Әле ошо йүнәлештәр бер-береһен тулыландырып тора, уларҙы айырып ҡарау дөрөҫ түгел.