Иҡтисад
19 Май 2021, 15:15

“Ашығыс экспорт ярҙамы” предприятиеларға сәфәрен дауам итә

Ике көн эсендә белгестәр 13 предприятиены ҡарап сығып, консультация бирҙе, экспорт ҡеүәтен үҫтереү юлдарын өйрәтте.

Был аҙнала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты ағзалары Экспортҡа ярҙам үҙәге вәкилдәре менән, “Ашығыс экспорт ярҙамы” проектына ярашлы, Благовар, Ҡырмыҫҡалы, Мишкә райондарындағы, баш ҡаланың Калинин районындағы экспорт йүнәлешендәге компанияларҙа булды.
Ике көн эсендә улар 13 предприятиены ҡарап сыҡты. Осрашыу барышында ойошмалар етәкселәре контрагенттар менән эшләү буйынса консультация алды, экспорт ҡеүәтен артабан үҫтереү өсөн артабанғы аҙымдарҙы билдәләне, экспортҡа сығыу буйынса чек-ҡағыҙҙар тултырҙы.
Благовар районында “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре шәхси эшҡыуарҙар Мәғдәнур Фәрхетдиновтың, Илфат Әхмәтшиндың ҡошсолоҡ фермаларында, “Башҡорт ҡош-ҡорто” йәмғиәтендә, үткәргес торбалар арматураһы етештергән “ЭНЕРГОАРМ” йәмғиәте компанияһында булды. Ҡырмыҫҡалы районында улар металл эшкәртеү ҡорамалдары сығарған “Дамано”, дезинфекция саралары етештергән “Дэлекса” йәмғиәттәрен, бал продукцияһы сығарған шәхси эшҡыуар Владимир Макаровтың хужалығын, ә Мишкә районында белгестәр ағастан конструкциялар һәм ҡоролмалар яһаған “Профлес” компанияһын, малсылыҡ менән шөғөлләнгән йүнсел Самвел Кштаевтың, дарыу үләндәре әҙерләгән эшҡыуар Владимир Шәмиевтең хужалыҡтарын, Виктория Хажиеваның умартасылыҡ фермаһын ҡарап сыҡты.
Өфөнөң Калинин районында белгестәр нефть һәм газ ҡоролмалары етештергән “Нефтегазинжиниринг” һәм “Өфөнефтегазмаш” йәмғиәттәре предприятиеларында булды. Был компанияларҙың сит илдәр менән эшләү тәжрибәһе бар.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51550
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас